Бөгөн редакциябыҙҙың тәжрибәле, үткер ҡәләмле журналисы Динә Арыҫланова етәкселегендә Асҡын районында булып ҡайттыҡ.
Район үҙәгендә, Ҡышлауйылға, Упҡанкүл ауылдарында йәшәгән хеҙмәт династиялары, тыл хеҙмәтсәндәре, күп балалары ғаиләләр, оҫта баҡсасылар, бүҙәнә үрсеткән уңғандар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары менән таныштыҡ. Шул уҡ ваҡытта балаларҙың йәйге ялы, мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса ла йәнле эш ойошторолғанына инандыҡ. Үҙенсәлекле тәбиғәт урындары ла күңелдә бай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Улар тураһында мәҡәләләрҙе гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.