Бөгөнгө иртә баш ҡалала фажиғәнән башланды. Ҡаланың үҙәге – Пушкин һәм Карл Маркс урамдары киҫелешендә пассажирҙар автобусы “Ford Transit”, "Subaru Forester"һәм “Audi A4” бәрелешә. Был хаҡта Башҡортостан буйынса ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итә.
Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына автобуста пассажирҙар булмай. Юҡһа, ҡаза күреүселәр һаны бермә-бер артыр ине. Бәрелешеү көсөнән микроавтобус светофорҙа торған өс йәйәүлегә һуғыла, улар араһында 11 йәшлек ҡыҙ ҙа була. "Audi" водителе һәм уның пассажирҙары йәрәхәтләнә, шулай уҡ автобус водителе лә дауаханаға оҙатыла. Ике кеше, шул иҫәптән 11 йәшлек ҡыҙҙың хәлен табиптар ауыр тип баһалаған, тағы ике кешенең хәле уртаса ауырлыҡта. Йәрәхәтләнгән башҡа кешеләргә ваҡиға урынында ярҙам күрһәтелгән.
Әлеге мәлдә белгестәр авария урынында ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау буйынса эш алып бара.
Киров районы прокуроры Илһам Хәбибуллин да шунда уҡ хәлде үҙ ҡарамағына алған.
Белгестәр билдәләүенсә, был киҫелештә авариялар йыш булып тора. Бының бер нисә сәбәбе бар: хәрәкәт йылдам, пассажир транспорты күп. Ә иң мөһиме – Пушкин урамы киңәйтелгән, ә Крал Маркс урамы киреһенсә тар. Тарайған урынына йәнә бер рәт автомоильдәр ҡуйыла һәм юл өс һыҙаттан бер һыҙатҡа ҡына ғына әүерелә. Светофорға юлды үтеп өлгөрмәгән осраҡта юл уртаһында тороп ҡалыу ихтималлығы арта.
Алмаз ӘНҮӘРОВ, йәйәүле:
Фото: ЮХХДИ идаралығынан алынды.