Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2022, 08:00

Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ кәзәң булһын

Марат Миниәхмәт улы һәм  Заһиҙа Фәзир ҡыҙы  өс ул тәрбиәләп үҫтергән. 2007 йылда опекаға Айгөл исемле ҡыҙҙы алалар...

Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ  кәзәң булһын
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ кәзәң булһын

1 июлдә “Атайҙар ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына III республика конкурсына заявкалар ҡабул итеү тамамлана.   Һеҙҙе конкурс номинанттарының береһе, Марат Миниәхмәт улы Әхмәтшин менән таныштырабыҙ. Заһиҙа Фәзир ҡыҙы менән өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. 2007 йылда опекаға Айгөл исемле ҡыҙҙы алалар. Хәҙер инде ул мәктәпте тамамлаған.

Әле ата-әсәһе менән бергә төпсөк улдары Айҙар һәм ҡыҙҙары Айгөл генә  йәшәй, Марсель менән Мэлс Өфөлә  эшләй.

 “Айгөл конкурс  тураһында ишетеп ҡалып, үҙе заявка ебәргән. Беҙгә документтарҙы йыйырға тура килде”, – ти ғаилә башлығы.

Марат Миниәхмәт улы 2019 йылдан алып Шишмә районының Тәпәреш аулында шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнә. Йөҙ баш йылҡы һәм йөҙ баш кәзә аҫрай. Ҡатыны һәм балалары ярҙам итә. Йыл һайын ике меңешәр рулон бесән әҙерләйҙәр. Бер аттары – “Аҡбуҙат”, тағы икәүһе Ҡазан ипподромында. Йорт хужаһы училищены тамамлағас, “Урал” колхозында водитель булып эшләй, аҙаҡ механик булып китә.

 

Әхмәтшиндар ғаиләһе районда маҡтаулы ғаиләләрҙең береһе. Атай кеше балаларына һәр яҡтан өлгө, уларҙы тәртипкә, хеҙмәткә ылыҡтырып үҫтерә. Ҡыҙҙары Айгөл  “Аҡбуҙат” ипподромындағы бәйгеләрҙә призлы урындар ала, 2020 йылда “Терра Башкирия” турнирында беренсе урынды яуланы. 2021 йылда “Йыл кешеһе” район конкурсында еңеп сыҡты. 2022 йылда ат спортындағы уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланды. Уны атаһы һәм ағалары күнектерә.  Айгөл дә ағалары кеүек  Башҡортостан аграр университетының ветеринария факультетына уҡырға инергә теләй.  Татыу, уңған ғаиләгә һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: