Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июнь 2022, 13:45

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай яҙғы сессияны тамамланы

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡы менән депутаттар араһында аралашыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай яҙғы сессияны тамамланы
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай яҙғы сессияны тамамланы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 45-се ултырышында ҡатнашты. Өлкә парламенты яҙғы сессияны тамамланы.

Ултырыш алдынан республика Башлығы 2002 йылда ойошторолған Башҡортостан парламенты тарихы музейында булды. Экспозиция төбәктә парламентаризмдың формалашыу һәм үҫеш тарихын сағылдыра. Унда документтар, фотоһүрәттәр, китаптар бар. Ырымбурҙа һәм Өфөлә үткән беренсе ултырыштарға һәм ҡоролтайға ҙур секция арналған. Шулай уҡ Өфө һәм Ырымбур губерналарынан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары тураһында уникаль документтар бар.

 

***

 

Ултырышты асып, Башҡортостан Башлығы республика парламентарийҙарына яҙғы сессиялағы эштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре белдерҙе.

— Был осор еңелдән булманы, әммә дәүләт власының барлыҡ тармаҡтарының һәм органдарының берлектәге эше һөҙөмтәһендә беҙ республикабыҙҙың үҫешен тәьмин итә алдыҡ. Бының өсөн ҙур рәхмәт, — тине Радий Хәбиров. — Башҡортостан Парламентында төрлө сәйәси көстәр тупланған. Әммә илебеҙҙең үҫешенең төп мәсьәләләре, уны халыҡ-ара аренала һаҡлау, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Украинала махсус хәрби операция үткәреү тураһындағы ҡарарын хуплау һәм башҡа мәсьәләләрҙе беҙҙең ҡоролтай бер тауыштан ҡабул итте. Беҙ һеҙҙең менән ошо ауыр осорҙо иңгә-иң терәп үткәрәбеҙ. Артабан да бергәләп алға барырбыҙ, тип ышанам, - тине Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы шулай уҡ депутаттарҙың иғтибарын республика халҡы менән әүҙем хеҙмәттәшлекте дауам итеү кәрәклегенә йүнәлтте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Башҡортостан властарының эш йүнәлештәрен, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам йүнәлештәрен аңлатыу буйынса эште әүҙемләштерергә кәрәк тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Артабан парламентарийҙар вице-премьер - Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың 2021 йылда республикала агросәнәғәт комплексын үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре тураһында сығышын тыңланы.

Төбәктең агросәнәғәт комплексына ярҙам итеү өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бөтәһе 7,36 миллиард һум аҡса бүленгән. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереү буйынса Башҡортостан 2021 йыл аҙағына Рәсәй төбәктәре араһында 12-се һәм Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй.

Илшат Фәзрахманов тармаҡтың төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Әйтәйек, былтыр республика аграрийҙары 12 миллиард һумлыҡ яңы техника һәм ҡорамалдар һатып алған. Инвесторҙар яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур күләмдә аҡса һалды. Республикала бөтәһе 112 миллиард һумлыҡ 42 ауыл хужалығы башланғысы тормошҡа ашырыла тип билдәләне министр.

Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү йылдам темптар менән башҡарыла. 2021 йылда төбәктә 111 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек етештерелгән, был 2020 йыл менән сағыштырғанда 34 процентҡа юғары. Әлеге күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында алтынсы урындан бишенсе урынға күтәрелгән.

Илшат Фәзрахманов шулай уҡ агросәнәғәт комплексының 2022 йылдағы бурыстары һәм уңыш йыйыу кампанияһы тураһында һөйләне. Республика төп аҙыҡ-түлек етештереү өсөн сеймал менән тулыһынса тәьмин ителә, ә эшкәртеү ҡеүәттәре ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе системалы рәүештә арттырырға мөмкинлек бирә, тип билдәләне ул.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай яҙғы сессияны тамамланы
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай яҙғы сессияны тамамланы
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай яҙғы сессияны тамамланы
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай яҙғы сессияны тамамланы
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: