Күмертау ҡалаһында 48 йәшлек ир эскән килеш руль артына ултырып, юл-транспорт фажиғәһенә эләккән, тип белдерә "Кп-Өфө".
Иҫерек ир, өҫтәүенә, өс балаһын - ҡыҙын һәм ике малайын да ултыртҡан булған. Шулай итеп ул тотош ғаиләһенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Юл-транспорт фажиғәһе 29 июндә Ғафури урамында була. Водитель рулгә идара итә алмайынса кюветҡа осҡан һәм һыу аға торған торбаға бәрелгән. Артабан "ашығыс ярҙам"ды көтөп, балалар һәм ҡатынын оҙата ла үҙе машинаһын ташлап ҡайтып китә. Һуңынан полиция хеҙмәткәрҙәре уны өйөндә тап итә, алкоголгә тикшереүҙән баш тарта ир. Аварияла ирҙең һигеҙ йәшлек ҡыҙы йәрәхәтләнгән, ике малайҙы табип тикшереүенән һуң өйгә ҡайтарғандар, - тип хәбәр иткән юл полицияһы.
Эсеп рулгә ултырған ир балаларының ғүмере менән шаярғанын аңлаһа ярай ҙа... Әле аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Фото ЮХХДИ.