Бөгөн билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың Ир-аттар советы рәйесе Зариф Закир улы Байғусҡаров 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Ошо уңайҙан уның тормош иптәше Гөлназ Ҡолһарина социаль селтәрҙә матур пост ҡалдырған.
“Тыуған көнө менән ҡотлағанды, тыуған көнөн үткәргәнде өнәп бөтөрмәй ул. Тәбиғәттән килгән баҫалҡылыҡ сәбәптер. Тик бөгөн Зарифҡа 55 йәш!
Оло дәрәжәләргә ирешһә лә ябайлығын, эскерһеҙлеген юғалтмаған, яҡшылыҡ көсөнә ышанған һоҡланғыс кеше ул. Ябай халыҡты тыңлап, ишетеп, кәңәш итеп эшләй белә.
Дәүләт ғәме менән йөрөп, өйҙә һирәк булһа ла, хәстәрлекле атай, яуаплы ғаилә башлығы ул. Гәлсәрҙе наҙлап, Уралды ир-егет итеп тәрбиәләй. Балаларға: "Атайығыҙ менән Марсҡа йә башҡа планетаға барып эләкһәк тә ҡурҡыныс түгел", - тип шаяртыуым да нигеҙле.
Шау биштән торған тыуған көнөңдә тик һаулыҡ теләйем! Халыҡҡа күрһәткән игелектәрең үҙеңә йәшәү дәрте бирһен, көмбәҙеңде яҡтыртһын! Шундай көслө рухлы, хәстәрлекле, булдыҡлы, ышаныслы булыуың өсөн рәхмәт!” тип яҙған ул.
“Башҡортостан” гәзите лә был матур ҡотлауҙарға ихлас ҡушыла. Ысын күңелдән ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ, Зариф Закир улы! Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңышлы эшмәкәрлек теләйбеҙ! Күңел көрлөгө һәм яҡшы кәйеф бер ҡасан да ташламаһын һеҙҙе!
Фото: "Бәйләнештә".