Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июнь 2022, 17:00

Улының тыуған көнөндә миллиондар отҡан...

Александр төрлө объекттарҙа янғын һүндереү ҡорамалдарын монтажлау менән шөғөлләнә...

Улының тыуған көнөндә  миллиондар отҡан...
Улының тыуған көнөндә миллиондар отҡан...

Өфө ҡалаһында йәшәгән  Александр исемле ир “Спортлото “6 из 45” уйынының 7110-сы тиражында 10 миллион һум аҡса отҡан. Быға тиклем дә ул дәүләт лотерея уйындарында ҡатнашырға әүәҫ булған.

 Шуныһы ҡыҙыҡ, отош улының тыуған көнө менән  тап килгән. ”Отош суммаһын күреү менән мин уны ҡайҙа тотоноу тураһында ҡарар иттем. Улымдың тыуған көнөндә лотереяла еңеүҙе яҙмыш билдәһе булараҡ ҡабул иттем. Улыма әле ул йәшәгән Санкт-Петербург ҡалаһында фатир алып бирәсәкмен!" – тип пландары менән  бүлешә атай кеше.

Александр төрлө объекттарҙа янғын һүндереү ҡорамалдарын монтажлау менән шөғөлләнә. Йыш ҡына уға Рәсәйҙең ҡалалары буйлап оҙайлы командировкаларҙа булырға тура килә. Буш ваҡытта китап уҡырға ярата, айырыуса уға фантастика оҡшай, тип хәбәр итә “Столото” матбуғат хеҙмәте.

Фото:”Башинформ”

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: