“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына III республика конкурсында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү 2022 йылдың 1 авгусына тиклем оҙайтыла. Был конкурсты өс йыл дауамында ойошторған Йәмәғәт палатаһы советы 30 июндә шундай ҡарарға килде.
Әле конкурс комиссияһына 32 муниципалитеттан 91 заявка килгән. Күпселеге – Өфөнән, Әлшәй һәм Ауырғазы райондарынан. Номинанттар араһында Шишмәлә май зкстрацияһы заводына нигеҙ һалыусы, Дыуан районындағы лицей директоры, йөҙәр баш йылҡы һәм кәзә аҫраған эшҡыуар, йөҙөү буйынса Рәсәй паралимпия йыйылма командаһының өлкән тренеры, төрлө миҙалдар менән наградланған хәрби хәрәкәт ветераны, балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән, балалары дәүләт наградаларына лайыҡ булған күп балалы атайҙар бар.
- “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡлыларҙы уларҙың балалары, йәмәғәт ойошмалары, йәмәғәт советтары һәм палаталары тәҡдим итә ала. Шулай уҡ атайҙарҙың үҙҙәренең дә заявка биреү мөмкинлеге бар. Конкурсҡа заякаларҙың ойошмаларҙан килеүенә шатбыҙ, етәкселек үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрендә коллектив ағзаһын ғына түгел, ә уларҙа ғаилә башлығын, балалар тәрбиәләгән күп яҡлы шәхесте күрә. Үҙ ҡалаһы һәм ауылының йәмәғәт тормошо менән йәшәгән, граждандар йәмғиәтенең бер өлөшөнә әүерелгән кешеләрҙең дә конкурста ҡатнашыуын теләр инек, уларҙың күп бала тәрбиәләгән атай булыуы был осраҡта мотлаҡ түгел”, – тип белдерҙе Йәмәғәт палатаһы етәксеһе урынбаҫары Рәмил Рәхимов.
2020 һәм 2021 йылдарҙа “Атайҙар ҡаһарманлығы” наградаһына 54 ир лайыҡ булды. Был конкурста, яңыларҙан тыш, үткәндәрендә ҡатнашырға заявка биргән, әммә еңеү яуламаған атайҙар ҙа көсөн һынай ала. Материалдар электрон йәки ҡағыҙ форматта Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы Аппаратында ҡабул ителә. “Атай ҡаһарманлығы” билдәһе менән [email protected]электрон почтаһына ебәрелә. Конкурс комиссияһы заявкаларҙы ҡарап, лайыҡлы тип табылғандарын Йәмәғәт палатаһы советы ҡарамағына ҡарар ҡабул итеү өсөн тапшыра. Һөҙөмтәһе быйыл сентябрь айында Палата сайтында баҫыласаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы, Атайҙар көнөнә арнап, октябрҙә ойоштороласаҡ. Байрам сараһын үткәреүҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе һәм башҡа партнерҙар ҡатнашасаҡ.
“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы булдырыуҙың маҡсаты – атайҙар институтын нығытыу, балалар тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, тергеҙеү өсөн шарттар тыуҙырған, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы танытыу.
Конкурста ҡатнашыу өсөн заявка биреүсенең республикала йәшәү осоро биш йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Балаларын (шул иҫәптән, уллыҡҡа алған) лайыҡлы тәрбиәләгән, шәхси ҡаҙаныштарға эйә, ул-ҡыҙҙары төрлө өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшкән, батырлыҡ күрһәткән һәм башҡа яҡшы эштәр башҡарған атайҙар маҡтаулы награда менән бүләкләнәсәк. Конкурста ҡатнашыу буйынса һорауҙарығыҙ булһа, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы Аппаратының ойоштороу бүлегенә шылтыратығыҙ: 8(347)280-82-36.
Фото: mgazeta.com