Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2022, 08:00

Июль айына һынамыштар

Таң мул ысыҡлы булһа, үрмәксе ау үрергә тотонһа, ниҙәр көтөлә?  

Июль айына һынамыштар
Июль айына һынамыштар
- 3 июлдә төш мәленән ел иҫһә – һабан ашлығы уңа.
- Июлдә яңы ай салҡан тыуһа, йыл болотло булыр, ямғыр мул булыр.
- Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.
- Йәй елле килһә, тары уңыр, томанлы икән - һоло уңыр.
- Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.
- Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы була.
- Июль айында ай тотолһа, ашлыҡ шәп уңыр. Көн эҫе торор.
- Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһа, ҡеүәтле ел булыр.
- Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.
- Иртән үлән ҡоро булһа – төндә ямғыр яуыр.
- Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр.
- Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит-ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр.
- Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.
- Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.
 - Июль – йәйҙең иң кәттә айы, тән үә йөрәк майы.

Һеҙҙең дә июль айына ҡарата үҙ һынамыштарығыҙ булһа, комментарийҙарҙа яҙығыҙ.
Фото: zemlya-zemlitsa.ru
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: