Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2022, 10:20

“Ә миңә йоҡһа?..”

pixabay.com
Фото:pixabay.com

Күптән аралашҡан юҡ, тип бала саҡ әхирәтемә шылтыраттым. Хәл-әхүәл белешеп, донъя мәшәҡәттәрен һорашҡандан һуң, шәхси тормошҡа ла төшөп киттек.

Әхирәтем, тормош иптәшенән айырылып, улы менән яңғыҙы донъя көтә. Көсләп асылған күҙҙәрҙең нуры булмай, тиҙәр бит. Шуның ише, тормошҡа ул үҙенән күпкә өлкән кешегә, “ваҡыт үтеп бара, донъя ҡорорға кәрәк” тип, әсә­һенең өгөтләүе буйынса ғына сыҡты. Ауыл ерендә йорто булған, ҡасандыр өйләнеп айырылған ирҙе димләгәстәр, риза булды ла ҡуйҙы. Етмәһә, шул ауылда башланғыс кластар уҡытыу­сыһы кәрәк ине. Эше лә табылғас, эстән генә шатланып та ҡуйҙы.

Үҙе баҫалҡы, тыныс холоҡло ул, шуға ла дыуамалыраҡ ирҙе ваҡыт үтеү менән, бәлки, яратып китермен, тип өмөтләнде. Ҡатын уңған ине, донъяһын да емертеп көттө, баҡсаһы ла һәр ваҡыт гөлт итеп торҙо. Йәш кәләш алғас, ир ҙә дәртләнеп китте, донъяһын бөтәйтте, төкәтмә эшләп, йортто ҙурайтып ебәрҙе. Ҡул эшенә оҫта ине, белмәгән һөнәре юҡ үҙенең.

Тормош мәғәнәһе булып, малайҙары тыуҙы. Тыштан ҡарап торғанда, матур ғына йәшәгән кеүек күренә инеләр. Һәр хәлдә, тирә-яҡтағылар, күрше-күлән күҙлегенән һоҡланып туймаҫлыҡ пар кеүек ине лә бит, әммә ир үтә лә холоҡһоҙ, ваҡсыл, үҙен генә яратҡан кеше булып сыҡты. Йорттағы барлыҡ ваҡ-төйәккә лә ҡыҫыла ине. Йыш ҡына шул нигеҙҙә низағ сыҡты. Шул холҡо ҡатындың бар туғандарын да биҙҙерҙе. Ҡунаҡҡа тип килгәндәрендә лә ғауға сығарҙы, сөнки йортона кеше килгәнде яратмай ине ул. Үҙе башлап мәңге ғауғалашмаған ҡатын өсөн бындай тормош ауыр булды…

Ун йыл түҙгәндән һуң, ҡатындың тамам тәҡәте ҡороп, улын алып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. “Әле нисек, аралашаһығыҙмы?” тиеүемә, “Эйе, бала хаҡына. Был аҙнала ялға малайҙы алып ҡайтып киткәйне. Бала төндә ауырып киткән, температураһы күтәрелгән. “Ҡарале, баланы ни эшләтәйем? Киҙеүе миңә йоҡһа?!” – тип төн уртаһында ҡото осоп шылтырата. Бала өсөн ҡайғырамы тиһәм, үҙ ғүмере өсөн борсола, имеш… Үҙен генә яратҡан кешенән тағы ни көтәһең инде…” – тип тамамланы әхирәтем һүҙен моңһоу ғына.

Эйе, балаһы ауырыһа, әсәй кеше йәнен бирергә әҙер, ә атайҙарҙың ғүмере аяулы…

-  Миләүшә САЙТАКОВА

Читайте нас: