9 июлдә “Первушин” аэродромында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, летчик Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ҙур авиация байрамы – Первушин AviaFest уҙғарыла. Сара көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана һәм киске 8-ҙә тамамлана. Инеү бушлай.
Байрамда яңғыҙ һәм төркөм пилотажы программаһы менән тотош Рәсәйҙән килгән 50-нән ашыу самолет һауаға күтәрелә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән, шулай уҡ шул дәүерҙәге миллионлаған совет осоусыларын ҡанатландырған легендар По-2 самолеты (1942 йылда сығарылған) осош яһай.
Аэродром майҙансығында авиация техникаһы күргәҙмәһе ойошторола. Самолеттар ҡуйылған фотозона эшләй. Байрам ҡунаҡтарын Өфө ҡалаһының иң яҡшы коллективтары һәм Башҡортостан йондоҙҙары ҡатнашлығындағы мауыҡтырғыс концерт программаһы, шулай уҡ Беларусь Республикаһынан авиация йырҙарының танылған авторы Николай Анисимовтың сығышы көтә.
Сарала фуд-корт зонаһы, балалар һәм өлкәндәр өсөн күңел асыу, уйын майҙансыҡтары эшләй, ижади оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ юлһыҙ ерҙән йөрөгән техника тест-драйвы үткәрелә.
Фестиваль ҡунаҡтары хәйриә отошонда ҡатнашып, самолетта осоу билеты, спорт велосипедтары, заманса гаджеттар, автомәктәпкә уҡыу һәм башҡа бик күп ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлегенә эйә. Һатып алынған һәр билет отошло. Уның менән стоматология клиникаһында бушлай тикшерелергә, һүрәт төшөрөү студияһында шөғөлләнергә, батут паркында күңел асырға, шулай уҡ мобиль телефонды хеҙмәтләндерергә була.
Йыйылған аҡса үҙенсәлекле балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Фестиваль аҙағында һауа шарҙары тамашаһы ойошторола.
Байрамға шәхси автомобилдә йәки көндөҙгө сәғәт 1-се яртынан киске 8-гә тиклем “Көньяҡ автовокзал – Первушин” маршруты буйынса йөрөгән “Башавтотранс” автобустарында эләгергә мөмкин.
Фото: "Башинформ".