Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2022, 08:17

Темәстә халыҡ әүҙем

Кәңәшләшеп эшләгәндә, күпкә өлгәшеп була.

Темәс ауыл биләмәһенең социаль селтәрҙәге төркөмөнән.
Фото:Темәс ауыл биләмәһенең социаль селтәрҙәге төркөмөнән.

Темәс – Баймаҡ районында иң ҙур ауыл биләмәләренең береһе.  2018 йылдан ошонда хакимиәт башлығы булып эшләгән Айгөл Байрамғолова әйтеүенсә, бөгөн ауыл ерендә халыҡ ҡала шарттарынан кәм йәшәмәй.

– Ауыл биләмәһе башлығы булыу ҙур яуаплылыҡ талап итә, сөнки бөгөн колхоз-совхоздар юҡ, шуға күрә ауылдарҙың яҙмы­шын, урындағы халыҡтың көндәлек мәсьәләләрен хәл итеү, ярҙам күрһәтеү – уның  төп бурыстарының береһе.

Һыу, юл, йылылыҡ, урамдарҙы яҡтыртыу һәм таҙартыу, сүплек­тәрҙе, зыяраттарҙы тәртипкә кил­тереү кеүек бихисап мәшәҡәттәр ҙә ауыл хакимиәтенә йөкмәтелгән. Шуныһы шатлыҡлы Темәс билә­мәһендә үҙ ерҙәрен күркәмерәк һәм уңайлыраҡ итергә ынтылған әүҙем халыҡ йәшәй, – ти Айгөл Ғүмәр ҡыҙы.

Ул 1975 йылда Баймаҡ районының Әмин ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сибай филиалын тамам­лаған. 2018 йылдан Темәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләй.

Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы булараҡ, Темәс ауылының социаль инф­раструктураһын яҡшыртыуға айырыуса иғтибар бирелә. Ошо арала бында автомобиль заправкалау станцияһынан ауылға ингән ерҙәге күпергә тиклемге юлдың асфальт япмаһы яңыртылған. Бының өсөн барлығы 12 миллион һум аҡса бүленеп, 2,5 саҡрым  арауығындағы юлға асфальт түшәлгән.

Ауылдарҙы төҙөкләндереү, күперҙәр төҙөү, яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Күптән түгел бында район хакимиәте ярҙамы менән Шырҙы быуаһы аша яңы күпер һалынған. Уның эргәһендә ауыл биләмәһенең көсө менән янғын һүндереү машинаһына һыу һалыу урыны – пирс эшләп ҡуйғандар. Ишей ауылында ла быйыл яңы күпер файҙа­ланыуға тапшырылған.

Бөгөн ауыл биләмәһе башлығы барлыҡ мәсьәләләрҙе үҙе генә хәл итә алмай. Уға һәр саҡ депутаттар, мәктәп, балалар баҡсаһы коллективы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килә. Шулай уҡ ветерандар советы, аҡһа­ҡалдар ҡоро, ауыл старосталары, ҡатын-ҡыҙҙар советтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Уларҙың ярҙамында төрлө байрам, төҙөкләндереү, йәшел­лән­дереү аҙна­лыҡтары, имен булмаған ғаиләләрҙең проблемаларын хәл итеү, эскелеккә, эшһеҙлеккә ҡаршы саралар үткәрелә.

Темәс ауыл модель ­ки­тап­ханаһы янында төҙөлгән “Ҡорама”, ”Ағинәй” клубтары әүҙем эшләй.

Ҡарға бутҡаһы (Ҡарға туйы) – баш­ҡорт­тарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналған милли байрамы. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә балалар өсөн дә ошондай байрам ойошторола.

“Һаулығым – байлығым”, тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Ысынлап та, һаулыҡты йәштән ҡайғыртырға, уны һаҡларға кәрәк. Ошо халыҡ дауаханаһын яңынан тергеҙеү маҡсатында “Үләндәр ҙә дауалай” тигән сара үткәрелгән.

Ауыл тормошонда китапханалар ҙа әүҙем ҡатнаша. Китапхана хеҙмәткәрҙәре ”Ислам дине ҡатын-ҡыҙҙа” тигән темаға  түңәрәк өҫтәл янында һөйләшеү уҙғарған. Әмин интернатында тәрбиәләнгән V–XI класс уҡыусылары өсөн “Китап аша һаулыҡҡа” проекты буйынса Бөтә донъя тәмәкегә ҡаршы көрәш көнөнә арналған “Беҙ тәмәкегә ҡаршы” исемле сара булған.

Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ауыл хакимиәте менән берлектә үткәргән балыҡсылар, ауылдың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ярыштар, йыл һайын Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы митингтар, Бөтә Рәсәй “Үлемһеҙ полк” акцияһы кеүек саралар матур йолаға әйләнгән.

Темәс-тарихи мәҙәни үҙәге, музей, китапхана йыл һайын апрелдә һәм сентябрҙә Милли кейемдәр көнөнә арнап, төрлө саралар үткәрә.

Аҙна һайын  Темәс ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа территорияны таҙартыу буйынса  “Таҙа кесе йома” акциялары уҙғарыла. Халыҡ өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, йорт-ҡураларын тәртиптә тоторға тырыша.

Ауыл йәштәре райондағы спорт уйындарында һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Ауыл ерендә бигерәк тә футбол менән волейбол уйындары популяр булып ҡала.

– Нисек кенә ауыр булмаһын, бөгөн һәр ауыл биләмәһе башлығы, үҙенә йөкмәтелгән бихисап йөкләмәнән тыш, урындағы барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итергә тырыша. Хакимиәт башлығы – халыҡтың төп таянысы. Әммә уның үҙенә лә кәңәш, ярҙам кәрәк. Күп эш башҡарылыуға һәм программалар ғәмәлгә ашырылыуға ҡарамаҫтан, хәл итәһе мәсьәләләр ауылда ҡала әле. Урамдарҙы яҡтыртыу, төҙөкләндереү эшен дә баш­ҡараһы бар. Киләсәктә лә проблемаларҙы халыҡ менән бергә кәңәшләшеп хәл иткәндә, күп нәмәгә өлгәшеп буласаҡ, тип ышанабыҙ, – ти Айгөл Ғүмәр ҡыҙы.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: