Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2022, 08:50

Яратҡан шөғөлдөң файҙаһы

Талдан үргән әйберҙәргә ихтыяж ҙур.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Күптәр бәйләү, сигеү, тегеү, ағас эше менән булышҡан саҡта үҙен мәшәҡәттәрҙән арынғандай тоя. Күңел тартҡан шөғөл кешене тынысландыра, сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә ярҙамы бар. Ижад ярҙамында дауалау, йәғни арт-терапия, психологияла һәм психотерапияла киң ҡулланыла.

Шөғөл һайлауҙағы төп ҡағиҙә – ул ҡыуаныс килтерергә тейеш. Психологтар йәнә түбәндәгеләрҙе кәңәш итә. Мәҫәлән, башлаған эшен тамамлап ҡуйыуы ауыр булған холериктарға үреү, сигеү, бәйләү кеүек түҙемлек талап иткәндәре айырыуса файҙалы.

Күңелде борсоулы уйҙар, тынғыһыҙлыҡ биләһә, иғтибарҙы икенсе ғәмәлгә йүнәлтеү яҡшы. Туҡымаға йәки ҡағыҙға һүрәт төшөрөү, кейем, уйынсыҡ йәки ҡатмарлы һыҙмалар уйлап табыу, сигеү өсөн үҙенсәлекле биҙәктәр ижад итеү, мозаика төҙөү кеүек мауығыуҙар уйығыҙҙы кәрәкле юҫыҡҡа йүнәлтергә ярҙам итер.

Ә бына Әбйәлил районы оҫталары, талдан һәм ҡағыҙҙан төрлө әйберҙәр яһап, күптәрҙең күңелен яулай. Үҙ ҡулдары менән иҫ киткес ябай ҙа, бер үк ваҡытта ғәжәп тә матурлыҡ тыуҙыра алыусылар менән осрашырға тура килһә, күңелемдә һәр саҡ уларға ҡарата һоҡланыу хисе уяна. Ябай ауыл кешеһенең талымһыҙ бармаҡтарына, эш араһында ғына, күңел талабы ҡушыуы буйынса күркәм әйберҙәр эшләүҙәренә нисек һоҡланмайһың! Сираттағы геройым МТС ауылы оҫтаһы Рәйес Әхмәтов булыр. Ул талдан төрлө кәрәк-яраҡ үрә, баҡса үҫтерә, умарта тота. Яҙ еткәс, йәнә яратҡан шөғөлөнә тотона: йәш талдан төрлө кәрзин, тауыҡ, ҡаҙ ояһы, балыҡ тотоу өсөн мурҙа, түтәл өсөн ҡойма, ситән эшләй. Оҫтаның даны ете ауылға тарала, тигәндәй, уның әйберҙәрен күрше райондан да, Силәбе өлкәһенән дә һорап килеүселәр күп.

– Ауыл эргәһенән генә Ҡыҙыл йылғаһы аға, уның тирә-яғы тал менән ҡапланған. Иртә яҙҙан, тал сәскә атмаҫ элек, йәштәрен һайлап ҡына ҡырҡып алам. Тәбиғәткә лә ярҙам итәм, бер яҡтан Ҡыҙыл буйын тал баҫып китмәһен өсөн дә файҙалы, – ти Рәйес Хәсән улы. – Талдан әйберҙәр үреүгә атайымдан өйрәндем, уға әле 91 йәш. Хәсән Ғәббәс улы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫ­тан, бармаҡтарым ҡатмаһын, эшләһен тип, һис кенә лә тик ултырмай, әле булһа ҡош-ҡорт оялары үрә. Яҙ етһә, тауыҡ, ҡаҙ ояһына ихтыяж күбәйә, эшләп кенә өлгөрт. Һуңғы ваҡытта Магнитогорск ҡалаһында йәшәүселәр бесәйҙәре өсөн “йорт” һорайҙар. Әле шуны эшләйем.

Талдан яһалған әйберҙәрҙе һатып та ебәрә ул. Уны оҙаҡ ултыртып ҡуйһаң, йәме китә. Кемдер, үҙҙәре һатып алып, лаклап ҡуя, бәғзеләре шул көйөнсә лә тотона. Түтәл өсөн эшләнгән ҡоймалар кәм тигәндә 6–7 йыл ултыра, ә инде лак менән ҡаплағанда, оҙағыраҡ та хеҙмәт итеүе мөмкин.

Һуңғы ваҡытта юл буйы кафеларында талдан үрелгән ситәндәр, интерьер кәрәк-ярағы, гөл һауыттары күберәк урын алыуына иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Кешеләр хәҙер экологик яҡтан сифатлы әйберҙәргә өҫтөнлөк бирә, шуға күрә ҡул эштәренә һорау арта. Ә был үҙ сиратында уны эшләүселәр өсөн отошло, сөнки ҡулдан яһалған әйберҙәр табыш килтереүгә лә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Рәйес Хәсән улы балыҡ тотоу кәрәк-ярағын яһаған, хаҡы иһә ике мең һум тирәһе. Ә бына ҡаҙ, тауыҡ оялары, ҙурлығына ҡарап, 500–600 һум тора. Хеҙмәтең өсөн бер аҙ хаҡ алыу үҙе үк кәйефте күтәрә, эште еңеләйтә, тип йылмая оҫта ла.

Ҡатыны Лена Әмир ҡыҙы ла иренә бар яҡлап ярҙам итә. Шулай ҙа уның төп шөғөлө – баҡса үҫтереү. Уңған ҡатындың помидор, татлы борос һәм төрлө сәскә үҫентеләре көндәрҙең йылыныуын ғына көтөп ултыра.

Бына шундай ғәжәп ғаилә бар МТС ауылында. Бер-береһенә ярҙам итеп, гүзәллек донъяһы тыуҙырып, уны халыҡҡа өләшеп йәшәй алыуҙары менән маҡтау-хөрмәткә лайыҡ улар.

- Кәримә УСМАНОВА

 Әбйәлил районы

Читайте нас: