Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2022, 10:19

“Яратам тип, яҙмышыма күндем”

banyanchicago.com
Фото:banyanchicago.com

Бөгөн илебеҙҙә ошондай ғаиләләр барлығына күптәр аптырай. Үкенескә ҡаршы, улар ысынлап та бар. Иғтибарығыҙға икенсе ҡатын булып йәшәгән Зөлфиә исемле ҡатындың тарихын тәҡдим итәбеҙ.

Ильяс менән улар театрҙа таныша. Үҙе бай, йомарт, аҡыллы һәм сибәр ир Зөлфиәгә тәү ҡараштан оҡшай. Уртаҡ дуҫтары булып, уларҙы таныштырғас, араларында тиҙ арала йылы мөнәсәбәт барлыҡҡа килә.

Ильяс бик матур итеп йөрөй уның артынан. Ҡиммәтле машинала килеп ала, ресторанға йәки театрға алып барып, күңелен аса. Бүләктәр, сәйәхәттәр менән дә кәйефен күтәреп тора. Ҡыҫҡаһы, башын юғалтып ғашиҡ була ҡыҙ.

Әммә Зөлфиә ахмаҡ түгел: бының кеүек ирҙең яңғыҙ булыуына ышанмай. Нисектер паспорты ҡулына эләгеп, уны ҡарағас, өйләнмәгәнлеген күреп ҡыуана, тик кемелер барлығын да һиҙә, сөнки ир унда аҙнаһына бер йәки ике тапҡыр ғына ҡуна ҡала, телефоны шылтыраһа, сығып китеп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп керә. Мөнәсәбәттәр тәрәнәйгән һайын, ҡатын нығыраҡ ғашиҡ була бара. Ә бер көн үҙенең ауырға ҡалғанын белә.

Ильяс был яңылыҡҡа ныҡ шатлана. Ҡыуанысынан нимә эшләргә лә белмәй. Ләкин ирҙең бер аҙ моңһоуланғанын да тойған Зөлфиә асыҡтан-асыҡ һөйләшергә тәҡдим итә. Ошонда барыһы ла асыла ла инде. Ильястың ҡатыны бар. Ул уны бик ярата, әсәһе менән өсәүһе ҙур йортта торалар, әммә балалары юҡ. Ҡатыны бер ҡасан да әсәй була алмай икән. Ир уны ташларға йыйынмай. Зөлфиәне лә яратыуын белдерә, балаһын тик үҙе үҫтерәсәген, үҙенең вариҫы итәсәген әйтә.

Был мәғлүмәтте ауыр кисерһә лә, Зөлфиә нисектер күңеленән быға әҙер булып сыға. Ильяс, уны өйөнә алып ҡайтып, ҡатыны Рита һәм әсәһе менән таныштыра. Тегеләре Зөлфиәне ихлас ҡабул итә кеүек.

Беренсенән, ул Ильясҡа ныҡ ғашиҡ булһа, икенсенән, сабыйын етем иткеһе килмәй. Бәләкәй балалы килеш бай, һәйбәт ир таба алмаясағын да яҡшы аңлай. Ҡыҫҡаһы, Зөлфиәне артыҡ күндерергә лә кәрәк булмай, ул ризалашып Ильястың ғаиләһе менән йәшәй башлай.

Ваҡыты еткәс, ул таба. Өс ҡатын баланы көн-төн бергәләп ҡарай, бергә үҫтерә. Был бик уңайлы ла булып сыға. Сабыйынан арып китһә, ире менән берәй ергә барып, ял итеп ҡайта, малай ҙа ҡараулы. Аҡса яғынан да проблема юҡ, кем нимә теләй, Ильястары алып биреп тора. Һәр хәлдә, Зөлфиә, икенсе ҡатын булыуына күнеп, үҙенсә бәхетле генә көн күрә.

Өсөнсө ҡатын ғына алып ҡайтмаһа инде ире...

-  Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: