“Төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе – берҙәм эшләү һәм дуҫ йәшәү, шул саҡта ғына күп мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәшәсәкбеҙ. Минең өсөн халыҡтың ышанысын аҡлау мөһим”, – ти Игорь Яниев. Әйткәндәй, ул етәкселек иткән Көнтүгеш ауылы биләмәһе – Балтас районында иң яҡшылар иҫәбендә.
Игорь Нәми улы 1963 йылда Балтас районының Түбәнге Иванай ауылында тыуған. Н.К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1985 йылда Текән һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә физкультура һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып башлай. 1987 – 2003 йылдарҙа Көнтүгеш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, Иванай урта мәктәбендә эшен дауам итә. Унан һуң дүрт йыл Көнтүгеш ауылы биләмәһе башлығы йөгөн тарта. Артабан балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе тренеры, Түбәнге Иванай мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы, мәктәп директоры булып эшләй. Уның мәғариф өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана – 1999 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Тырыш, эшлекле Игорь Яниевты 2018 йылдан яңынан Көнтүгеш ауыл биләмәһе башлығы итеп һайлап ҡуялар. Булдыҡлы етәксе ең һыҙғанып эшкә тотона.
Көнтүгеш биләмәһенә алты ауыл ҡарай, үҙәге Түбәнге Иванайҙа урынлашҡан. Биләмәлә башҡорт, татар, рус, мари милләте вәкилдәре дуҫ, татыу, берҙәм йәшәй. Был төбәктә ауыл хужалығы тармағы яҡшы үҫешкән. Мәғариф, медицина учреждениелары ла уңышлы хеҙмәт күрһәтә.
Ауыл биләмәһе башлығы урындағы халыҡ уңайлы шарттарҙа йәшәһен, эшләһен өсөн бар тырышлығын һала. Бындағы кешеләр үҙҙәре лә дәртле. Улар матур, етеш йәшәргә ынтыла, заманса күркәм йорттар һала. Һуңғы ике йылда субсидия иҫәбенә төҙөлгән өйҙәр ҙә байтаҡ. Ауылдарҙа электр линияһы яңыртылған, шулай уҡ урамдарға заманса яҡтыртҡыс ҡорамалдар ҡуйылған. “Арзан интернет” республика программаһы буйынса былтыр Түбәнге һәм Үрге Иванайҙа яңы оптик-сүсле элемтә үткәрелгән.
Урындағы халыҡ биләмәне төҙөкләндереүҙә, өмәләрҙә һәр саҡ дәррәү ҡатнаша. Был эштәрҙе ойоштороуға ауыл старосталары тос өлөш индерә. Биләмәлә юлдарҙы рәткә килтереү буйынса ла ҙур эш башҡарылған. Хәҙер биләмәләге барлыҡ ауылдарҙы бер-береһе менән асфальт юл тоташтыра.
Биләмә халҡы 2016 йылдан алып “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында уңышлы ҡатнашып килә. Ошо ваҡытта Көнтүгештә – Маты йылғаһы аша күпер, Түбәнге Иванайҙа ауыл мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелгән, мәҙәниәт һәм ял паркы яңыртылған, Көнтүгештә икенсе зыяраттың кәртәләре алмаштырылған, Тоҙлоубала клуб бинаһына капиталь ремонт эшләнгән, Йәнтимерҙә Еңеү паркын рәтләү буйынса эштәр ойошторолған.
Ғөмүмән, ошондай Игорь Нәми улы кеүек тырыш етәкселәре булғанда, ауылда ла халыҡ өсөн уңайлыҡтар булдырырға, матур итеп донъя көтөргә мөмкин.
- Рәмилә Хөснуллина
Балтас районы