Мәскәү һабантуйы ғәҙәттәгесә төрлө милләт кешеләрен берләштерҙе. Был турала Мәскәү ҡалаһының Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр буйынса департаменты етәксеһе Виталий Сучков билдәләне.
- Пандемияға ҡарамаҫтан, һабантуй байрамы онлайн уҙҙы. Етмәһә, тағы ла әһәмиәтлерәк аудитория өсөн байрамды күрһәтеү формаларын таптыҡ. Хәҙер был тәжрибәне фестивалде көндөҙгө ваҡытта үткәреп ҡулланабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Виталий Иванович.
Департамент етәксеһе Һабантуйҙы Рәсәй баш ҡалаһындағы күп кеше ҡатнашҡан байрамдарҙың береһе тип атаны.
- Ошо майҙансыҡта беҙ кешеләрҙең бәхетле йөҙҙәрен, уларҙың күҙҙәрен, шатлыҡтарын күрәбеҙ. Көнкүреште, мәҙәниәтте ҡарау, милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарау бөтәһенә лә ҡыҙыҡ. Бында башҡорттар һәм татарҙар ғына түгел, бөтә ил халҡы йыйылған. Һабантуй - ул башҡорт-татар байрамы, күп милләтле байрам, тотош илебеҙ байрамы. Беҙҙә фестивалдәр бик күп, әммә һабантуй киңлеге менән айырылып тора. Йыл һайын байрамға 200 меңдән ашыу кеше килә. Кешеләр башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың мәҙәниәте менән таныша, милли музыка тыңлай. Был бик шәп, - тип байрамдан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты Виталий Сучков.
Фотолар рәсми сығанаҡтан