Стәрлетамаҡ ҡалаһында Сазонов урамында урынлашҡан күп ҡатлы йортта йәшәүселәр күршеләрендәге фатирҙан көйөк еҫе сыҡҡанын һиҙеп ҡала. Улар шунда уҡ янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәренә шылтырата. Ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп етә, әммә фатирға инә алмайҙар, тип хәбәр иткән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы комитеты.
Баҡтиһәң, ишек эстән бикле булып сыға. Янғын һүндереүселәргә ишекте ипләп кенә емереп асырға тура килә. Инһәләр, аяныслы хәлгә тап булалар, бүлмәләрҙең береһендә иҙәндә 73 йәшлек ир кәүҙәһе ятҡан була. Күҙаллауҙарынса, ир ашарға бешерергә уйлап, плитәгә аш ултырта, әммә ни сәбәптәндер үҙенә ҡыйын була һәм ул йән бирә. Көйөк еҫе лә плитәлә ултырған кәстрүлдән сыҡҡан. Әле бәләнең сәбәптәре асыҡлана, тикшереүселәр эш алып бара.
Фото Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.