Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров «Диңгеҙ Арктик геология-разведкалау экспедицияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Казанинға республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Салауат Юлаев орденын һәм «Атайсал - ата-бабалар ере» проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хатын тапшырҙы.
Андрей Назаров әйтеүенсә, ул - атаһы Геннадий Казаниндың бөйөк эштәренең лайыҡлы дауамы. Уның ҙур ниәттәрен тормошҡа ашырыу өҫтөндә ныҡышмалы эшләй.
- Башҡортостанда Радий Фәрит улының башланғысы буйынса «Атайсал - ата-бабалар ере» проекты тормошҡа ашырыла. Алексей Геннадьевич был изге башланғысты хупланы. Ошо проект сиктәрендә ул атаһының тыуған төйәгендә - Покровкала «Икмәкле» Богородица иконаһы хөрмәтенә храм төҙөнө. Бөгөн был Федоровка районының диндарҙары өсөн генә түгел, ә бөтә республика өсөн изге урын, - тине Андрей Назаров. - Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында районда тораҡ пунктты, социаль объекттарҙы төҙөкләндереү һәм инфраструктураны үҫтереү буйынса системалы эш алып барыла. Йыл аҙағына тиклем 305 миллион һумдан ашыу суммаға 34 проектты тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Премьер-министр билдәләүенсә, яҡташтар ойошмаһын үҫтереү һәм уға ярҙам итеү, бәләкәй Ватан ихтыяждарына иғтибар бүлеү тыныслыҡ һәм имен киләсәк өсөн көрәштә еңеү нигеҙе булып тора.
Күренекле яҡташыбыҙ Геннадий Казанин иҫтәлегенә июлдең һәр беренсе шәмбеһендә Покровка ауылы көнөн билдәләргә ҡарар ителде. Байрам хөрмәтенә бай программа әҙерләнгәйне. Республиканың төрлө милләт артистары һәм ижади коллективтары бер майҙанда йыйылды.
- Бөгөн был сара айырыуса ҡиммәтле. Ул үҙ сығанаҡтары тураһында уйланырға, йолаларҙы һәм тыуған төйәккә һөйөүҙе һаҡларға мәжбүр итә. Тыуған илебеҙ - кесе һәм ҙур - һәр ваҡыт ҡеүәтле, бөйөк һәм сәскә атыусы булып ҡалһын өсөн бергәләп барыһын да эшләрбеҙ тигән ышаныста ҡалам, - тип белдерҙе Андрей Назаров.
Башҡортостанда «Атайсал - ата-бабалар ере» проекты сиктәрендә йыл эсендә 570 миллион һумлыҡ 5,5 меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған. 630 миллион һумға яҡын суммаға тағы ла меңгә яҡын проект эшләнеү өҫтөндә. Былар барыһы ла шәфҡәт күрһәтеүселәрҙең - ябай кешеләрҙең аҡсаһы, уларҙың инициативаһы һәм үҙ өлөшөн индереү, күршеләрҙең, ауылдаштарҙың рәхмәтле хәтерендә ҡалыу теләге.
Фото рәсми сығанаҡтан