Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2022, 18:30

Яҡташтарҙы иҫкә алдылар

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров Федоровка районының Покровка ауылында булды

Яҡташтарҙы иҫкә алдылар
Яҡташтарҙы иҫкә алдылар

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров Федоровка районының Покровка ауылында булды. Ул бер юлы ике шәхестең ҡәберенә барҙы һәм уларҙың иҫтәлеген хөрмәтләп иҫкә алды. Беренсеһе Геннадий Казанин - билдәле Совет һәм Рәсәй геофизигы.

Икенсеһе - Вячеслав Тулаев, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған танк взводы тоҫҡаусыһы-операторы.

Геннадий Казанин  Федоровка районы Покровка ауылында тыуған һәм үҙенең хеҙмәти эшмәкәрлегенең байтаҡ өлөшөн Диңгеҙ арктик геология-разведкалау экспедицияһына арнаған. Ул - техник фәндәр докторы, Атлантик океанда, Төньяҡ Боҙло океандың Баренц һәм Кара диңгеҙҙәрендә байтаҡ диңгеҙ геофизика һәм сейсморазведка экспедицияларында ҡатнашҡан. 90-сы йылдар аҙағында Диңгеҙ арктик геология-разведкалау экспедицияһының генераль директоры булып тәғәйенләнгәс, ул Рәсәй Арктикаһы территорияһында ҙур геологик-геофизик тикшеренеүҙәр үткәрә алған.

Улар углеводород сеймалының потенциаль запастарын ярайһы уҡ арттырырға мөмкинлек биргән. Был курстың дөрөҫлөгө Рәсәй Арктик зонаһын үҫтереү буйынса хәҙерге башланғыстар менән раҫлана. Бөгөн бында Рәсәй милли именлегенең бар аспекттары тиерлек сағыла. Бығаса күрелмәгән санкция баҫымы күрһәтелгән биләмәләрҙе үҙләштереү тиҙлеген арттырыуға килтерә. Был тағы ла бер тапҡыр Геннадий Казаниндың стратегик аҡылы тураһында һөйләй. Ул фәнни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн төрлө миҙалдар һәм ордендар, Башҡортостан Республикаһында хәйриә эшмәкәрлеге өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән. Ул 2020 йылдың мартында 72-се йәшендә донъя ҡуйған.

- Ул бик яҡшы, изге күңелле һәм ярҙамсыл кеше ине. Үҙ ғүмерендә бик күп изге эштәр башҡарҙы, һәр кемгә ярҙам итте. Уның һөнәри эшмәкәрлеге, Тыуған илгә һәм яратҡан эшенә фиҙаҡәр хеҙмәт итеүе бөгөн бөтәбеҙ өсөн дә юғары әхлаҡи йүнәлеш булып тора, - тине Андрей Назаров.

Артабан Андрей Назаров Украинала махсус хәрби операция барышында һәләк булған һалдат Вячеслав Тулаевтың ҡәберенә юлланды һәм сәскәләр һалды.

- Вячеслав Тулаев хәрби бурысын үтәгәндә ҡаһармандарса һәләк булды. Һәләк булған яугирҙең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бында уның әсәһе Лариса Ивановна бар, һеҙҙең алдығыҙҙа шәхсән үҙемдән һәм килгән һәр кемдән баш эйәм, - тине Андрей Назаров.

Тулаев Вячеслав Николаевич 2001 йылдың 15 мартында Башҡортостан Республикаһы Федоровка районының Покровка ауылында тыуған. 2007-2016 йылдарҙа Покровка урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыған. 2020 йылда Костромала Автоюлдар колледжын тамамлай. 2020 йылдың 12 июлендә Кострома хәрби комиссариаты тарафынан ашығыс хәрби хеҙмәткә саҡырылған, хеҙмәтте Свердловск өлкәһенең Ельня ҡалаһында үткән. Хеҙмәте тамамланғас, танк взводының тоҫҡаусы-операторы вазифаһында контракт төҙөгән. Махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған.

Фото рәсми сығанаҡтан.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: