Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2022, 13:30

Йылдар үткәндәр һайын йөрәк әрнеүҙәре баҫылмай

Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында бынан 20 йыл элек Германияның Боден күле өҫтөндә авиаһәләкәттә һәләк булыусыларға (71 кеше, шул иҫәптән, 52 бала һәм 19 өлкән кеше) арналған хәтер кисәһе булды

Йылдар үткәндәр һайын йөрәк әрнеүҙәре баҫылмай
Йылдар үткәндәр һайын йөрәк әрнеүҙәре баҫылмай

Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында бынан 20 йыл элек Германияның Боден күле өҫтөндә авиаһәләкәттә һәләк булыусыларға (71 кеше, шул иҫәптән, 52 бала һәм 19 өлкән кеше) арналған хәтер кисәһе булды. Шуныһы, 2022 йылдың 2 июленән 3-нә ҡарай төндә “Боинг-747” һәм “ТУ-154” самолеттары бәрелешкәйне, унда Башҡортостандың һәләтле балалары Испанияға ял итергә юлланғайны.

Башҡортостан Башлығы һәм республика Хөкүмәте исеменән сығыш яһаған Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың финанстар министры Лира Иғтисамова белдереүенсә, һәләкәткә тарыусыларҙың яҡындары бына 20 йыл инде ошо ҡайғыны онота алмай. Башҡортостан иң һәләтле ҡыҙ һәм егеттәрен юғалтты.

– Был урында булыу шул хәтлем ауыр, күңел һыҡрай, бындай юғалтыуҙар бүтән ҡабатланмаһын ине, – тине Лира Заҡуан ҡыҙы.

Ветеран уҡытыусы 80 йәшлек Фруза Әбсәләмова авиаһәләкәттә ейәнсәре Ирина Юлдашбаеваны юғалтҡан, ул ҡәҙерлеһен хәтерләгәндә, күҙ йәштәре аша һөйләне.

– Иринаның әсәһе, минең ҡыҙым Лилиә лә был донъяларҙа юҡ инде, – тине керпектәрен сыландырып Фруза Әхтәм ҡыҙы. – Бында йыш киләм, барыһын да йөрәгем аша үткәрәм. Ирина уҡытыусы йә врач булырға хыялланды. Һәләк булған урында, Германияла булып, уның әйберҙәрен алып ҡайттыҡ. Сумкаһы эсендә сәғәте ята ине, ул, ейәнсәремде иҫләтеп, оҙаҡ йылдар эшләне.

Фото: Илдар Аҡъюлов.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: