Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2022, 12:30

Башҡортостан үрнәк булып тора

Тағы бер нисә телеграм-каналда Башҡортостандың Донбассҡа ярҙамы тураһында сюжет күрһәтелгән.

Башҡортостан үрнәк булып тора
Башҡортостан үрнәк булып тора

Телеграм-каналдарҙа Башҡортостандың Донбассҡа ярҙамы тураһында сюжеттар сыҡты. “Башҡортостан Донбасстың азат ителгән райондарын тергеҙеүҙә Рәсәй төбәктәренең ниндәй булышлыҡ күрһәтә алыуына миҫал булып тора. Республиканан килгән белгестәр Луганск Халыҡ Республикаһында әүҙем эшләй: йорттарҙы, мәктәптәрҙе тергеҙә, урындағы халыҡҡа башҡа төрлө ярҙам итә. Уларҙың Петровское ҡалаһындағы эштәре менән Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары С. Кириенко, ЛХР Башлығы Л. Пасечник, вице-премьеры Кузнецов танышты”, – тиелә яҙмаларҙа.

Айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан проект – Башҡортостандан килгән “Сәләмәтлек поезы”. Ул халыҡҡа табиптарға күренергә, һаулығын тикшертергә мөмкинлек бирә.

Фото: t.me/readovkanews/37925 каналындағы видеонан скриншот. 

Башҡортостан үрнәк булып тора
Башҡортостан үрнәк булып тора
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: