Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2022, 12:00

Матур, йәлләмәй нисек өҫтөнә ултырмаҡ кәрәк...

"Әлдә оҙаҡ итеп ямғырҙар яуҙы, был эшем тәки эшләнеп бөтмәҫ ине әле..."

Матур, йәлләмәй нисек өҫтөнә ултырмаҡ кәрәк...
Матур, йәлләмәй нисек өҫтөнә ултырмаҡ кәрәк...

Күгәрсен районының Хоҙайбирҙе ауылынан Айгөл Сыңғыҙова ырғаҡ менән күҙҙең яуын алып торған япмалар бәйләй. "Кемдер алмаслы мозаика, крест менан сигеп матур картиналар эшләй, ә мин һүрәтте ырғаҡ менан бәйләп, ошондай пледтар эшләргә яратам", – ти ул.

"Әсәйҙән күргән – тун бескән, атайҙан күргән – уҡ юнған, тигән әйтемде тормошта иҫбатлап, өлгөлө ғаиләлә тыуып үҫкән Айгөл һылыу бәләкәй саҡтан уҡ әниенең матур сәскәле ҡул эштәрен күреп үҫкән һәм күңеленә һалған, шуға уның эштәре лә шул тиклем матур,  нескә", – тип яҙа Гөлсөм Күсәрбаева.

Июнь айында Айгөл үҙе: "Әлдә оҙаҡ итеп ямғырҙар яуҙы, был эшем тәки эшләнеп бөтмәҫ ине әле. Ырғаҡ менән бәйләнде, 210 х 70 сантиметр үлсәмле", – тигән эре сәскәле пледын йәйеп һалып.

Фото: vk.com/id136569415

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: