Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2022, 16:30

Ағиҙел быға лайыҡ

Радий Хәбиров Ағиҙелде ҙур суднолар йөрөгән йылғаға әүерелеүен теләй. 

Ағиҙел быға лайыҡ
Ағиҙел быға лайыҡ

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләр барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙнаның мөһим ваиғаларына һәм иҫтәлекле даталарына туҡтала. Был юлы ул 3 июлдә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләгән диңгеҙ һәм йылға флоты эшсәндәре тураһында ла бер нисә һүҙ әйтте.

“Ҡотлайбыҙ! Әгәр хәҙер Ағиҙелгә сығып ҡараһаҡ, пароходсыларҙың хәрәкәтен күрәсәкбеҙ. Был – ҡыуаныслы күренеш. Һәм ностальгия тойғоһо уята. Ағиҙел йәнә ҙур суднолар йөрөй торған йылғаға әйләнһен өсөн тырышырға кәрәк. Ул шатлыҡ та бирә, инфраструктура бурыстарын да үтәй”, – тине Радий Хәбиров.

Үҙ ваҡытында Радий Хәбиров Башҡортостан йылға пароходсылығын бөлгөнлөктән сығарыу һәм ошо предприятиеларҙың матди базаһын һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне. Ике йыл элек арбитраж Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы планына ярашлы, Башҡортостан йылға параходлығы һәм кредиторҙар араһында мировой килешеүҙе раҫланы.

2022 йылғы навигацияла Өфө причалына 13 теплоход, шул иҫәптән дүрт палубалы “Александр Пушкин” һәм башҡа круиз суднолары килде.

Фото: fleetphoto.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: