“Эш менән үткән ғүмер – алтын ғүмер”, ти халыҡ мәҡәле. Үҙ эшен белеп башҡарған, шөғөлөнә тоғро ҡалған кешеләр үҙенә ҡарата һәр кемдең күңелендә хөрмәт тойғоһон уята. Миңә лә шундай шәхестәр менән осрашыу бәхете тейҙе. Уларҙың береһе – ғүмерен хеҙмәткә арнаған, хаҡлы ялда бал ҡорттарын үрсетеү менән шөғөлләнгән Сәфәрғәли Сәйетғәли улы Үзбәков.
Мәләүез районының Һәргәй ауылында 1928 йылда Көнһылыу менән Сәйетғәли Үзбәковтарҙың алты балалы ғаиләһендә беренсе булып донъяға килә ул. Атаһы 1943 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Сталинград ҡалаһында яраланып, аяғын юғалта. Сәфәрғәли бала сағынан уҡ эшкә өйрәнеп үҫә, иң өлкән бала булараҡ, ата-әсәһенә ҡусты-һеңлеләрен ҡарарға ярҙам итә. Сәйетғәли Әхмәр улы ғүмере буйы умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Балалары ла, унан үрнәк алып, бәләкәйҙән бал ҡорттарын үрсетеү йолаһына өйрәнә. “Бер ҡыҙыҡ хәл иҫемдә ҡалған. Бал күп булған йылдарҙың береһендә күрше менән урыҫ ауылына йөҙләп умарта тотҡан таныш бабайға ярҙамға барҙыҡ. Бал ағыҙам тиһәң, бөтә һауыттар тулы, ҡайҙа ҡуйырға белеп булмай. Яр ситендә торған кәмәне сығарып, шунда тултырҙыҡ...” – тип хәтирәләргә бирелде Сәфәрғәли ағай.
Ауыл мәктәбен тамамлағас, ул һөнәрселек техник училищеһында мейес сығарыусы һөнәрен үҙләштереп, “Урал” колхозына эшкә урынлаша. 1949 йылда Сәфәрғәли Сәйетғәли улы әрме сафына саҡырыла һәм биш йыл Чукоткала хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, хеҙмәт юлын Күмертау ҡалаһының “Башуглеразрезстрой” күмер комбинатында башлай. Күмер сеймалын тейәү-бушатыу менән бәйле эшендә уның көсө, ғәйрәте һәм түҙемлелеге һынала.
1954 йылда буласаҡ тормош иптәше – Мәрйәм Ғибәҙәт ҡыҙы Вәлитова менән танышып, күп тә үтмәй, ғаилә ҡоралар. Ситтән ярҙам һорап өйрәнмәгән, үҙ көсөнә ышанған Сәфәрғәли ағай өй һала. Әйткәндәй, бөгөн дә улар шул йортта көн күрә.
Йәш ғаилә бер ҡыҙға һәм ике улға ғүмер бүләк итә. Өй төҙөлөп бөткәс, атаһы менән бергә ҡараған ҡорттарҙы Күмертауға алып ҡайта һәм шунда үрсетә башлай. Умарталарҙың һаны күбәйгән һайын (ҡайһы йылдарҙа 45 умарта була) өй алдында тотоу ауырлаша, шуға урманға сығарырға тура килә. Эше сменалы булғанға күрә, балалары ҡул араһына инә башлау менән, улар ҙа ҡорт ҡарауҙа ярҙам итә.
Эшендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән өсөн Сәфәрғәли Сәйетғәли улын тағы ла яуаплыраҡ эшкә – брикет фабрикаһына күмер сеймалын киптереү ҡоролмаһы машинисы итеп күсерәләр. Ундағы хеҙмәттең еңел булмауы бер кемгә лә сер түгел. Шуға ҡарамаҫтан ул һынатмай һәм гел алдынғылар рәтендә була. Ошо уңайҙан Сәфәрғәли ағайға тәүҙә “Москвич”, һуңынан “Волга” маркалы еңел автомобиль бирәләр. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, II, III дәрәжә Шахтер даны билдәләре, күп һанлы Маҡтау грамоталары, дипломдар, Рәхмәт хаттары ла уның тырыш хеҙмәтен сағылдыра.
55 йәшендә Сәфәрғәли Сәйетғәли улы хаҡлы ялға сыға һәм барлыҡ ваҡытын бал ҡорттарын ҡарауға бағышлай. “Бал ҡорттары – үтә лә файҙалы бөжәктәр: бал ғына биреп ҡалмайынса, үҫемлектәргә лә, кеше һаулығына ла тик ыңғай йоғонто яһайҙар. Уларҙың сағыуы иммунитетты күтәрә һәм ҡайһы бер ауырыуҙарҙы дауалай”, – тип һөйләй ул. Ғүмер буйы туплаған тәжрибәһен Сәйетғәли ағай үҙенән кәңәш һорап килгән йәш умартасыларға еткерә. Ә ундайҙар бихисап. Хатта уның ейәне Ирек Нәсипкәлиев, олатаһының кәсебен дауам итеп, Саҡмағош районында умарталыҡ тота.
Үткән йылда Сәфәрғәли Сәйетғәли улы 95 йәшен тултырҙы. Әлеге мәлдә ул ҡыҙы Роза ярҙамында 15 умарта ҡарай. Үкенескә ҡаршы, күптән түгел ҡатыны – Мәрйәм Ғибәҙәт ҡыҙы донъя куйҙы. Был юғалтыуҙы ул ауыр кисерә. “Ошо мәлдә бал ҡорттары миңә йәшәүгә көс бирә. Көн һайын улар менән һөйләшеү башҡа килгән күңелһеҙ уйҙарҙы ҡыуа, күңелемде тынысландыра. Ҡорттарҙың тауышын моңло көй ишеткән һымаҡ сәғәттәр буйы тыңлап ултырам. Уларһыҙ йәшәүемде күҙ алдыма килтерә алмайым”, – тип тормош серҙәрен уртаҡлашты Сәфәрғәли ағай.
Гөлназ ҮТӘГӘНОВА, БДУ студенты