Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2022, 20:29

Атайҙарҙы танытайыҡ

Заявкалар ҡабул итеү дауам итә.

“Атайҙар ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына III республика конкурсында ҡатнашыу өсөн  заявкалар ҡабул итеү 2022 йылдың 1 авгусына тиклем оҙайтыла. Был конкурсты өс йыл дауамында ойоштороусы Йәмәғәт палатаһы советы 30 июндә шундай ҡарарға килде.

“Атайҙар ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡлы атайҙарҙы уларҙың балалары, йәмәғәт ойошмалары, йәмәғәт советтары һәм палаталары тәҡдим итә ала. Шулай уҡ атайҙарҙың үҙҙәренең дә заявка биреү мөмкинлеге бар. Конкурска заявкаларҙың ойошмаларҙан килеүенә шатбыҙ, етәкселек үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрендә коллектив ағзаһын ғына түгел, ә уларҙа ғаилә башлығын, балалар тәрбиәләгән күп яҡлы шәхесте күрә. Үҙенең ҡалаһы һәм ауылының йәмәғәт  тормошо  менән йәшәгән, гражданлыҡ йәмғиәтенең бер өлөшөнә әүерелгән кешеләрҙең дә конкурста ҡатнашыуын теләр инек, уларҙың күп бала тәрбиәләгән атай булыуы был осраҡта мотлаҡ түгел”, – тип белдерҙе Йәмәғәт палатаһы етәксеһе урынбаҫары Рәмил Рәхимов.

2020 һәм 2021 йылдарҙа “Атайҙар ҡаһарманлығы” наградаһына 54 ир лайыҡ булды. Был конкурста, яңыларҙан тыш, үткән конкурстарҙа ҡатнашырға заявка биргән, әммә еңеү яуламаған атайҙар ҙа ҡатнаша ала. Конкурсҡа материалдар электрон йәки ҡағыҙ рәүешендә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы Аппаратында ҡабул ителә. “Атайҙар ҡаһарманлығы” билдәһе менән [email protected] электрон почтаһына ебәрелә. Конкурс комиссияһы заявкаларҙы ҡарап, лайыҡлы тип табылғандарын Йәмәғәт палатаһы советы ҡарамағына ҡарар ҡабул итеү өсөн ебәрә. Конкурс һөҙөмтәһе быйыл сентябрь айында Палата сайтында баҫыласаҡ. Еңеүселәрҙе  бүләкләү тантанаһы, Атайҙар көнөнә арнап, октябрь айында ойоштороласаҡ. Байрам сараһын үткәреүҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе һәм башҡа партнерҙар ҡатнашасаҡ.


Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас в