Һәр район һәм ҡала үҙенең хеҙмәт династиялары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Ата-әсәһенең эшен дауам итеп, ғаилә традицияларын һаҡлаған, уларҙың юлын уңышлы дауам иткәндәр Борай районында ла етерлек. Шул маҡтаулы ғаиләләрҙең береһе – Раяновтар династияһы.
Ғаилә башлығы Ринат Хәким улы юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң егерме йылдан ашыу мәктәптә физкультура һәм география дәрестәрен алып бара. Ҡатыны Эльвира Ғабдулла ҡыҙы Мәскәү дәүләт идара итеү институтын тамамлағандан һуң мәктәптә математиканан уҡыта, аҙаҡ бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла эшләй. Балалары Әлфиә менән Ришат та – юғары белемле уҡытыусылар.
Шуныһы ҡыҙыҡ, педагогика өлкәһендә мул тәжрибә туплаған уҡытыусылар ғаиләһе берҙән-бер көндө ауыл хужалығы эшмәкәрлегенә тартыла, яҙмыштарын ер, малсылыҡ менән бәйләй. Ринат Хәким улы 2005 йылдан алып “Салауат” ауыл хужалығы кооперативына етәкселек итә.
Ҡатыны Эльмира Ғабдулла ҡыҙы – бухгалтер, мәшәҡәтле иҫәп-хисап эшенә егелә. Хеҙмәткә һәләтле, уңған коллектив туплана. Хужалыҡ йылдан-йыл райондың ауыл хужалығы предприятиелары араһындағы ярышта алдынғылыҡты яулай. Сәсеү майҙандары бер мең гектарҙан ашыу ер биләй. Көҙгө культуралар шуның өстән бер өлөшөн алып тора. Иген культураларының барыһын да үҫтерә Раяновтар – арпа, бойҙай, һоло, борсаҡ, хатта ерҙе ашлау өсөн гәрсисенә тиклем.
– Көҙ кәрешкә сәсәбеҙ. Был ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған теҙмә япраҡлы, сырмалып торған мыйыҡлы, мал аҙығы үҫемлеге ер эшкәртеү культураһын яҡшыртыу, сәсеү әйләнешен көйләү өсөн кәрәк. Уны беҙҙән белорустар һатып ала. Агротехник әһәмиәтле, йәшел ашлама булараҡ ҡиммәтле, сәсеү әйләнешендә уны ҡулланыу уңышты арттыра. Сәсеү әйләнешен, ер тәрбиәләү культураһын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ. 250 гектарҙа пар ерҙәрен һөрәбеҙ. Быйыл республика Хөкүмәте, район етәкселеге тарафынан ярҙам күп булды. Ҡурған өлкәһенән бушлай 20 тонна элиталы бойҙай орлоғо килтерелде. Бындай хәлдең бығаса булғаны юҡ ине. Район ашлама менән ярҙам итте, яғыулыҡ-майлау материалдары арзаная төштө, – ти Ринат Хәким улы.
Раяновтарҙың улы Ришат та яҙмышын тыуған төйәгендә тапты. Уның фермер хужалығында “герефорд” тоҡомло һыйыр малы аҫрала. “Икебеҙҙең хужалыҡтағыһын да ҡушһаң, 200 баш тәшкил итә, – ти Ринат Раянов. – Был тоҡом итте күп бирә, сифатлы. Ә иткә һәр саҡ ихтыяж ҙур. Бынан тыш, алтмыш баш атыбыҙ, йөҙ һарығыбыҙ бар. Көтөүлек етерлек. Продукцияны Өфө баҙарҙарына һатырға сығарабыҙ. Үҙебеҙҙең махсус мал һуйыу урыны булыуы ла яйлы.
Техниканы ла үҙебеҙ ремонтлайбыҙ, яңыртабыҙ, эшләһәң, эш ҡарышмай”.
Бер ҡыйыҡ аҫтында эшләгән аталы-уллы Раяновтар династияһы райондың ғына түгел, республиканың да социаль-иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә. Артабан да ер кешеләренә уңыштар юлдаш булһын!
В. ВӘКИЛЕВА