Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2022, 22:30

Был эш үтә мөһим

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына 18,8 мең участка буйынса аныҡлаусы мәғлүмәттәр әҙерләп индергән.

Был эш үтә мөһим
Был эш үтә мөһим

5 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ер участкалары тураһында етмәгән мәғлүмәттәрҙе Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына теркәү буйынса һөҙөмтәләрҙе ҡаранылар.

Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская бының элек файҙаланылмаған ерҙәрҙе әйләнешкә индереү, төбәктең һалым базаһын арттырыу, шулай уҡ биләмәләрҙең инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген күтәреү өсөн кәрәклеген билдәләне.

Мәҫәлән, рөхсәт ителгән файҙаланыу төрө булмаған йәки дөрөҫ файҙаланылмаған 23 меңдән ашыу участканан республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына 18,8 мең участка буйынса аныҡлаусы мәғлүмәттәр әҙерләп индергән.

Муниципалитеттар яғынан был эш Ағиҙел, Күмертау, Сибай ҡалаларында, шулай уҡ Ауырғазы, Борай, Кушнаренко райондарында тулыһынса тамамланған. Салауат, Мишкә, Саҡмағош, Йылайыр һәм Стәрлебаш райондары участкалары буйынса мәғлүмәттәр 99 процентҡа индерелгән. Башҡа биләмәләр буйынса, 11 муниципалитеттан тыш, күрһәткес 70-90 процент тәшкил итә.

– Рөхсәт ителгән ер участкаларын файҙаланыу төрҙәрен асыҡлағанда һәм ярашлы хәлгә килтергәндә беҙ был биләмәләрҙең фактик махсуслашыуын билдәләүгә йүнәлеш тотабыҙ, – тине Наталья Полянская.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына һәм район хакимиәттәренә һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына мәғлүмәттәрҙе индереүҙе мөмкин тиклем тиҙерәк тамамларға кәрәклеген билдәләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: