Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2022, 22:15

Донбасс балалары өсөн - оҫталыҡ дәрестәре

"Әгәр балаларға оҡшай икән, киләсәктә улар вокалға һәм сәхнә оҫталығына өйрәнеүҙе дауам итә ала".

Донбасс балалары өсөн - оҫталыҡ дәрестәре
Донбасс балалары өсөн - оҫталыҡ дәрестәре

Өфөләге "Связист" шифаханаһындағы ваҡытлыса урынлаштырыу үҙәгендә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан мәжбүри күсеп килгәндәрҙең балалары өсөн вокал һәм сәхнә сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре, концерт булды, тип хәбәр итә "Башинформ".

"Бөгөн беҙҙә бик ҡыҙыҡлы, файҙалы сара үтә. "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе "Көслө ғаилә" проектына ярашлы "Таланттар планетаһы" үҙәге менән берлектә балаларға оҫталыҡ дәрестәре, улар яратҡан популяр хиттарҙан торған концерт ойошторорға ҡарар итте. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: әгәр балаларға оҡшай икән, киләсәктә улар вокалға һәм сәхнә оҫталығына өйрәнеүҙе дауам итә ала, — ти "Берҙәм Рәсәй" партияһының республикалағы башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Евгений Мельников. – Проект ата-әсәләргә тәғәйенләнгән төрлө мәҙәни сараларҙы ла эсенә аласаҡ. "Ныҡлы ғаилә" проекты ғаилә институтын үҫтереүгә йүнәлтелгән, уртаҡ ял ойоштороу был йәһәттән бик мөһим роль уйнай".

Уҡытыусылар Яна Янситова менән Евгения Попованың эстрада-джаз вокалы буйынса оҫталыҡ дәресендә балалар тын алыу алымдарын, вокаль күнегеүҙәрҙе өйрәнгән. Уҡытыусы Гөлнара Мостаеваның актерлыҡ оҫталығы, сәхнә телмәренән һабағы тупланған хис-тойғоларҙы таратырға, төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙә үҙеңде нисек тоторға кәрәген күрһәткән.

"Бөгөн бик күңелле һәм мәғлүмәткә бай көн булды. Беҙ бында һеңлем менән килдек. Элек мин вокал менән шөғөлләнә инем, хәҙер Настя ла ҡыҙыҡһына", – ти сарала ҡатнашыусы Карина Панфилова.

Оҫталыҡ дәрестәренән аҙаҡ үткән концертта "Таланттар планетаһы"на йөрөгән Өфө балалары тиҫтерҙәренә балалар эстрадаһы хиттарын башҡарған.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Донбасс балалары өсөн - оҫталыҡ дәрестәре
Донбасс балалары өсөн - оҫталыҡ дәрестәре
Донбасс балалары өсөн - оҫталыҡ дәрестәре
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: