2-5 августа Түбәнге Новгородта Волга буйы һәм Урал федераль округы ирекмәндәренең округ форумы үтәсәк.
Унда ике округка ингән Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан 400 вәкил ҡатнашасаҡ. Улар араһында эре социаль әһәмиәттәге ирекмән кампанияларының әүҙемселәре, “Беҙ бергә” төбәк клубтары вәкилдәре, ирекмән берләшмәләре етәкселәре, ирекмәнлек һәм хәйриәлек өлкәһендәге проекттар етәкселәре һ.б.
Форумдың маҡсаты – граждандарҙы ирекмәнлек хәрәкәтенә йәлеп итеү, үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу, ирекмәндәрҙең оҫталығын күтәреү. Программа “Беҙ – төбәк үҫеше” концепцияһына таянып эшләнгән һәм өс блоктан тора: “Беҙ” – дәүләтте, граждандарҙы, коммерцияға нигеҙләнмәгән ойошмаларҙы берләштереүгә йүнәлтелгән белем биреү саралары; “Үҫеш” – үҙеңдең һәм үҙ башланғыстарыңдың үҫеш мөмкинлектәрен эҙләү һәм тормошҡа ашырыу; “Төбәк” – йәштәрҙең төбәк үҫешендә ҡатнашыуын формалаштырыу.
Форумда ҡатнашыу өсөн DOBRO.RU берҙәм мәғлүмәт системаһында теркәлергә кәрәк һәм форумға заявка биреү мотлаҡ. Теркәү 2022 йылдың 12 июленә тиклем башҡарыла.
Сығанаҡ: DOBRO.RU