Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2022, 08:45

“Кешеләрҙең ярҙамсыллығына шаҡ ҡаттым”

Сит-ят кешеләр миңә ваҡытын да, аҡсаһын да, бензинын да йәлләмәне. Хушлашҡанда “беҙҙекеләр Башҡортостанда бәләгә тарыһа, һеҙҙә лә уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫтар”, тинеләр...

“Кешеләрҙең ярҙамсыллығына шаҡ ҡаттым”
“Кешеләрҙең ярҙамсыллығына шаҡ ҡаттым”

Эргәбеҙҙә яҡшы кешеләр битарафтарға ҡарағанда күберәк. Республикабыҙҙан ситтә лә изге күңелле, ярҙамсыл ватандаштарыбыҙ етерлек икән. Был хаҡта транспорт компанияһында эшләгән яҡташыбыҙҙың – ябай водителдең юл мажараһы яҡшы дәлил.  Ҡыҙыҡ,  кешелеккә хас булырға тейешле   яҡшылыҡ, изгелек сифаттары беҙҙе ҡайһы саҡ аптыратып та ҡуя.

 “Минең менән булған ваҡиға кешеләргә ҡарата ышанысты нығытты,– ти Рим Ғүмәров.– Калуга өлкәһенән Иркутск тарафтарына юл тотоуым. Был бер яҡҡа 5 600 километр тигән һүҙ. Һәйбәт барып еттем, йөктө бушаттым, яңы заказ алдым – фронталь тейәгес. Ҡайтыр яҡҡа, Мәскәүгә ҡуҙғалдым. Омск ҡалаһына 42 километр ҡалғанда артҡы күсәр һынды.  Таң атҡан ваҡыт, тирә-яҡта бер ниндәй тораҡ юҡ, трасса ла, ялан ғына. Ни эшләргә? Юл ситенә тороп, ҡул болғаған булам. Бер кем туҡтамай, барыһы эшкә ашыға. Дүрт сәғәт торам – бер ниндәй һөҙөмтә юҡ. Инструменттар ҙа, запас частар ҙа юҡ.  Етәкселеккә хәлемде хәбәр иттем дә  йоҡларға яттым. Төшкә табан кабинаға туҡылдатҡан тауышҡа уяндым. Ошо яҡта йәшәгән Иван Родионов хәлемде белешергә туҡтаған.

”Иртән эшкә барғанда торғаныңды күрҙем, ҡайтып барышлай тағы күҙгә салындың”, – ти водитель. Иван машинамды яҡындағы кафе йәки хәүефһеҙерәк урынға илтергә ярҙамлашмаҡсы булды.  Һигеҙ тонналыҡ йөгө булған машинаны буксирҙа һөйрәп барыуы рәхәт булманы уға. Үҙенең машинаһын саҡ ватманы. Шулай ҙа машиналар туҡталышына килеп еттек. Ялан уртаһында йөктө ҡалдырыу мөмкин түгел, шуға күрә кабинала йоҡланым. Иртән әлеге лә баяғы Иван тәҙрәгә сиртеп уятты. Ҡайнар аш, һыу һәм тәмәке килтергән. Миңә ярҙам итеү өсөн кеше 42 километр юл үткән! Икәүләп Омск буйлап запчасть эҙләнек, тик кәрәклеһен табып булманы.  Кискеһен машинаға кире әйләнеп ҡайттым. “Ҡунаҡтар” килерен көтмәгәйнем. Ҡапыл эргәмдә туҡтаған “Дастер”ҙан бер ир килеп сыҡты. Яҡындағы колхоз рәйесе икән.

”Ни эшләп тораһың? Оҙаҡҡамы?” – тигәнерәк һорауҙар биреп хәлемде белеште лә китеп барҙы. Иртән йәнә  бер автомобиль килеп туҡтаны.

”Һинең исемең Римме? Машинаң ватылдымы? Һине колхоз паегына ҡуйҙыҡ, көн һайын ашатасаҡбыҙ үҙеңде”, – ти теге ир.  

Шулай итеп, 11 көн буйына мине баланы ҡараған кеүек тәрбиәләнеләр. Ябай кешеләр яныма туҡталып, хәлде белеште, аҙыҡ, һыу, тәмәке ташыны. ЮХХДИ инспекторҙары көнөнә ике тапҡыр килеп эштең барышын  һорашып торҙо.

”Һин беҙҙең яуаплылыҡта, кәрәк булһаҡ, шылтырат”, тинеләр. Сервис һәм эвакуатор  эҙләп таптым,  тейешле запчасть булмағас, урындағы оҫталар ватылған деталде  әтмәләштереп, машинаны юлға сығырлыҡ итеп ремонтланы.   Миңә душ инеү һәм ял итеү шарттары булдырҙылар. Бәхеткә ҡаршы, өйгә һәйбәт ҡайтып етә алдым. Ремонтсылар минән сәйлек кенә аҡса алды. Мин уларҙың йомартлығына, ярҙамсыллығына шаҡ ҡаттым! Сит-ят кешеләр миңә ваҡытын да, аҡсаһын да, бензинын да йәлләмәне. Хушлашҡанда “беҙҙекеләр Башҡортостанда бәләгә тарыһа, һеҙҙә уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫтар, тип уйлайбыҙ”, тинеләр. Хәҙер мин “аварийкалы” машиналар эргәһенән шым ғына үтеп китә алмайым, сөнки мин был хәлде үҙемдә татыным”, – тип һөйләгән “Башинформ”хәбәрсеһенә  Рим Ғүмәров.

 

Фото:”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: