Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһы тураһында яҙҙы.
"Шулай ҙа була, кемдер бер районда тыуа ла, шунда ғүмер буйы эшләй, – тигән Радий Фәрит улы. – Ул бүтән төбәккә командировкаға барған һәм ял да иткән, ә Башҡортостан буйлап сәйәхәт итмәгән. Минеңсә, был ғәҙел түгел. Беҙҙә мауыҡтырғыс урындар бихисап. Шуны күҙ уңында тотоп, “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһын үҫтерәбеҙ".
Радий Хәбиров әйтеүенсә, маршрут арттырылған, 14 туристик оператор Башҡортостан буйынса 42 тур тәҡдим итә. Быйыл программа 10 мең сәйәхәтсегә иҫәпләнгән. Унда ир-ат – 60 йәштән, ә ҡатын-ҡыҙҙар 55 йәштән алып ҡатнаша ала.
Радий Фәрит улы бөтәһенә лә уңыштар һәм бай тәьҫораттар теләгән.
Программала ҡатнашыуҙың ике варианты бар:
- долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлеп, үҙең өсөн уңайлы маршрутты, көндә һайлап, теләгән турға яҙылаһың;
- үҙең йәшәгән ҡаланың, райондың хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: https://vk.com/radiyhabirov