Һөнәрленең ҡулы алтын, ти халыҡ мәҡәле. Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында йәшәгән Фәрзәт Ҡаһарманов тураһында ла тап шулай тип әйтеп була. Балта оҫтаһын яҡын-тирәлә генә түгел, унан ситтә лә белмәгән кеше бик һирәктер. Уның ағастан юнып-һырлап эшләгән күркәм өлгөләре, йорт йыһазы бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Фәрзәт Мөхәмәтйән улы 1964 йылда Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында тыуып үҫә, ағас эшенә маһирлығы бала сағынан килә. Тыуған яғының ҡуйы урмандарында йөрөргә ярата ул, шул саҡта ҡулына эләккән һәр ағас ботағын нимәгәлер оҡшатып юнып, ниндәйҙер һын яһарға ғәҙәтләнеп китә. Уҡыусы сағынан сайыр әҙерләү эшендә лә ҡатнаша.
Тыуған ауылында башланғыс мәктәп кенә булғас, бишенсе кластан интернатта йәшәп, Әбделмәмбәт мәктәбендә белем ала. Яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә, матур йырлай, һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ була егет. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, бер аҙ сайыр һыҙыуҙа эшләп ала ла әрмегә юллана. Грузияла радиотелеграфсы булып һалдат бурысын үтәп ҡайтҡа. Шунан Нуриман районындағы Павловка һөнәрселек училищеһында урман мастерына уҡып, райондың урман хужалығына эшкә инә. Бер аҙ тәжрибә туплағас, Өфөлә һөнәре буйынса техникум тамамлай һәм “Башремстрой” йәмғиәтендә урман мастеры, һуңғараҡ участка начальнигы булып эшен дауам итә.
1991 йылда Иҫке Собханғол һылыуы Земфира менән матур ғаилә ҡороп, йорт һалып сығалар. Ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы өс балалары донъяға килә.
“Башремстрой” йәмғиәте ябылғас, 1992 йылда уның базаһында районда беренселәрҙән булып кесе предприятие асыла, 15 кешегә эш урыны булдырыла, етәксеһе итеп Фәрзәт Ҡаһарманов тәғәйенләнә.
– Ул ваҡыттарҙа эшҡыуарлыҡ тармағына дәүләттән бер ниндәй ҙә ярҙам булманы. Банктарҙа кредиттар ҙа ҙур процентҡа бирелә ине, шуға күрә, дүрт йыл эшләгәс, предприятие эшмәкәрлеген туҡтатты, – тип хәтирәләргә бирелде әңгәмәсем.
Фәрзәт Ҡаһарманов ике йыл участка милиционеры булып та эшләп ала, әммә был һөнәр күңеленә ятмай, ағас эшенә кире ҡайта.
12 йыл бәләкәй Ҡыпсаҡта йәшәгәндән һуң, Ҡаһармановтар Әбделмәмбәткә күсенә.
– Тыуған ауылымда башланғыс мәктәп кенә булғас, балаларҙы уйлап шундай ҡарарға килдек. Йортобоҙҙо күсереп һалдыҡ, ҡатыныма ла интернатта эш булды, – ти ғаилә башлығы.
Ҡаһармановтарҙың күркәм йорто әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып ултыра. Бында оҫта йәшәгәнлеге йорттоң тышынан уҡ беленеп тора: кәрниздәр, тәҙрә ҡапҡастары, ҡоймалар ағастан семәрләп биҙәлгән. Өйҙәренең эсендә лә бөтә йыһаз Фәрзәт Мөхәмәтйән улының ҡулдары менән эшләнгән.
– Үҙең яһаған мебель ныҡ та, матур ҙа була. Быны аңлап, һуңғы йылдарҙа һандыҡ, ултырғыс, өҫтәлдәргә заказ биреүселәр бар. Яратҡан ҡомарым менән күберәк ҡышҡы оҙон төндәрҙә шөғөлләнәм, йәйгеһен ваҡыт етмәй, – ти оҫта.
Ишек алдында үҙенең ыҡсым ғына оҫтаханаһы ла бар әңгәмәсемдең. Уның һәр минутты бушҡа сарыф итмәүе күренеп тора. Тырыш ғаилә һыйыр, һарыҡ аҫрай, ҡош-ҡорттары ла күп, баҡсалары ла мул емешле.
Алтын ҡуллы Фәрзәт Ҡаһармановҡа заказдар менән күп мөрәжәғәт итәләр. Үҙе кеүек оҫта егеттәрҙән бригада туплап, ситкә сығып та йорттар төҙөйҙәр. Ғүмере буйы тәрбиәсе булып эшләгән Земфира Урал ҡыҙы ла ҡул эштәренә бик өлгөр, йөндө үҙе иләп, бәйләргә ярата.
Бөгөн Ҡаһармановтарҙың балалары, тыуған оянан осоп сығып, оло тормош юлына баҫҡандар ҙа инде, барыһы ла Өфөлә төпләнгән. Баш балалары Фәнзил заводта фрезерлаусы булып хеҙмәт итә, күптән түгел үҙе лә ғаилә ҡорған. Ҡыҙҙары Илмира матурлыҡ салонында менеджер булып эшләй, кинйә ҡыҙҙары Йәнгүзәл – студент, дизайнер һөнәренә уҡый. Ата-әсәләренә оҡшап, Ҡаһармановтарҙың балалары ла тырыш, эшкә күндәм булып буй еткерә. Әйткәндәй, уларҙың өсөһө лә йыр-моңға маһир.
Фәрзәт Ҡаһарманов ауылдың йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй, үҙ еренең патриоты, район гәзитен уҡыусыларға ҡыҙыҡлы, фәһемле мәҡәләләре аша ла таныш. Халҡыбыҙҙың онотола барған кәсептәренең береһе – сайыр әҙерләү эшен йәш быуынға еткереү өсөн дә ҙур тырышлыҡ һала ир-уҙаман.
2008 йылда сайыр әҙерләү эшен мәңгеләштереү маҡсатында, ул ваҡыттағы Әбделмәмбәт урта мәктәбе директоры Миңнур Ҡасимованың инициативаһы һәм тырышлығы менән, Бәләкәй Ҡыпсаҡ мәктәбенең буш торған бүлмәһендә сайыр музейы төҙөлә. Ә 2020 йылда Фәрзәт Ҡаһарманов тыуған ауылында оло тарихты мәңгеләштереү маҡсатында, район хакимиәте ярҙамы менән, РФ Президенты грантын юллай. Грант аҡсаһына музей бүлмәһе реконструкциялана, бина өсөн кәрәк-яраҡтар һатып алына, халыҡтан сайыр эшендә ҡулланылған хеҙмәт ҡоралдары йыйыла.
– Тарихын, үткәнен белмәгәндең киләсәге ҡараңғы. Урманлы төбәктә урынлашҡан районыбыҙ тарихында сайырсылыҡ та лайыҡлы урын алырға тейеш. Заман арбаһынан теге йәки был кәсептәр төшөп ҡалһа ла, улар хаҡында килер быуындар белергә тейеш, сөнки ул – тарихыбыҙ, ошо ерҙә йәшәгән ата-бабаларыбыҙ был кәсептәр менән шөғөлләнгән, – ти әңгәмәсем.
Рәсәйҙәге берҙән-бер сайыр музейы Бөрйән ерендә ғүмер кисергән быуындың йәшәү рәүешен күҙ алдына баҫтыра, хәтирәләрҙе һаҡлай, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Фәрзәт Ҡаһарманов тырышлығында тормошҡа ашырылған был изге эш туризм үҫешенә лә йоғонто яһай, халҡыбыҙҙың үткәненә иғтибарлы, ихтирамлы булырға өйрәтә.
Р. РӘМИЛЕВА