Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2022, 12:00

Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа

Малай тыуыу атай кеше өсөн ҙур бәхет, ҡулынан балта төштө тиһәң дә мөмкин.

Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа
Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа

“Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите “Бәйләнештә” төркөмөндә иғлан иткән “Ғаиләм – ҡәлғәм” конкурсы дауам итә. Бәйге өр-яңы рәсми байрамға – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө (8 июль) тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Конкурсанттар араһында биш балаға ғүмер бүләк иткән Балаҡатай районынан Гөлгөнә Зәнәғәбетдинова менән Наил Мөхәмәтғәлин да бар.

– Донъя йәме – балаларҙа, – ти Гөлгөнә ханым. – Тормошомдо уларһыҙ бер көн дә күҙ алдыма килтерә алмайым. Ҡыҙҙарым миңә – әхирәт тә, ярҙамсы ла.

Наил Мөхәмәтғәлин билдәләүенсә, малай тыуыу атай кеше өсөн ҙур бәхет, ҡулынан балта төштө тиһәң дә мөмкин. Малайҙары – төп ярҙамсылары.

Ярышта ҡатнашырға Мәсетле районынан ете балалы ғаилә Гүзәл һәм Әнис Ҡаҙыхановтар ҙа теләк белдерҙе.

– Ир кеше йорт һалырға, ағас ултыртырға һәм малай тәрбиләргә тейеш, – тиҙәр, – ти Әнис Ҡаҙыханов. – Ошоларҙың барыһын да башҡарҙым. Киләсәктә иһә тағы ла бейек үрҙәрҙе яулайһы бар.

Гүзәл ханымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Ғәзиздәренең һәр береһе алтынға торошло.

Фото: Наил Мөхәмәтғәлин, Гүзәл Ҡаҙыханова.

Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа
Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: