Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа дәүләт пабликтары тураһында закон ҡабул итте. Әгәр ҙә быға хәтлем дәүләт органдары тик сайт ҡына алып барһа, 2022 йылдың 1 декабренән социаль селтәрҙә рәсми биттәре лә булырға, унда көнүҙәк хәбәрҙәр еткерелеп барырға тейеш.
Маҡсат – халыҡты яңылыҡтар менән даими таныштырыу. Әйткәндәй, республикабыҙҙың башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре социаль селтәрҙә әүҙем яҙыша.
"Башҡортостан Башлығының, аҙнаһына кәмендә дүрт ҡыҙыҡлы пост баҫтырырға, тигән күрһәтмәһе бар, – ти Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы, “Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге” проекты етәксеһе Елена Прочаковская. – Был үҙеңдең эшеңә системалы ҡарау тигән һүҙ. Мөҡәддәс бурыс, беренсенән, мәғлүмәт еткереү, икенсенән, үҙ-ара бәйләнеш булдырыу".
“Диалог Регионы” коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Андрей Цепелев әйтеүенсә, эксперттар, рәсми мәғлүмәттән тыш, ҡыҙыҡлы постар баҫтырырға ла тәҡдим индергән.
Әйткәндәй, статистика буйынса республикабыҙҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров - иң популяр блогер.
Фото: glavufa.ru