Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2022, 20:35

Шакировтарға барһаң, күңел күтәрелә…

Гөлназ Хужина фотолары
Фото:Гөлназ Хужина фотолары

-Беҙҙең Борай районында һоҡланғыс, уңған ғаиләләр ифрат күп, донъялары балҡып тора, балалары тәрбиәле. Уларға барып ҡайтһаң, күңел күтәрелеп китә, ошондай матур ғаиләләргә ярҙам итке, терәк булғы килә, – тине Төньяҡ район-ара “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Светлана Таһир ҡыҙы Хаматйәрова. – Бөгөн һеҙҙе Дүсмәт ауылында йәшәгән шундай егәрле, күп бала тәрбиәләгән Шакировтар ғаиләһе менән таныштырғыбыҙ килә.

Район үҙәгенән өс километр алыҫлыҡта урынлашҡан ҙур булмаған Дүсмәт ауылында ла тормош ҡайнай. Беҙ уны матди яҡтан көслө яҡташтары ярҙамы менән һалынған ҡупшы яңы мәсет бинаһына, балалар өсөн төҙөлгән уйын майҙансығына, яңы йорттарға һәм төҙөк юлдарға ҡарап та әйтә алабыҙ. Дүрт бала атаһы Руслан Фәдүс улы асыҡ йөҙлө, аралашыусан кеше булып сыҡты, ни өсөн ошо бәләкәй Дүсмәт ауылында төпләнергә ҡарар итеүен аңлатты.

– Атайымдың тыуып үҫкән ере был, күңелгә бик яҡын. Әсәйем Дәлиә – Салауат районы ҡыҙы. Тәүҙәрәк башҡалар кеүек күңел ситкә тартылһа ла, тиҙ һыуындым. Май заводына эшкә индем, шунда буласаҡ кәләшем – Мишкә ҡыҙы Анжеланы осраттым. 21 йәштә өйләнешеп, хәҙер бына дүрт бала тәрбиәләйбеҙ. 2013 йылда йорт һалып индек. Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, ғаиләм менән таныштырам, – тип ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте Руслан.

Ҙур күркәм йорттоң икенсе ҡаты әлегә эшләнеп бөтмәһә лә, иркен өйҙә һәр кемгә дәрес әҙерләргә лә, уйнарға ла урын етерлек. Ҡала йортонан һис кәм ере юҡ, ҙур аш бүлмәһе, ваннаһы, туалеты бар. “Атай-әсәй йортонда ике йыл бергә йәшәнек. Әсәлек капиталы өй һалырға ярҙам итте. Яҡындарыбыҙ, эшебеҙҙе хуплап, кәрәк саҡта ныҡлы терәк булды. Өсөнсө балабыҙ тыуғас, ер бирҙеләр. Унда һарай һалып ҡуйҙым, ә быйыл иптәшем менән кәңәшләшеп, ун баш “Романов” тоҡомло һарыҡ һатып алдыҡ. Малдарҙы йөрөтөү өсөн кәртәләнгән урын да әҙерләнек. Һарыҡ үрсетеп, табыш алырға иҫәп бар. Кискеһен йәш үлән сабып, малдарға илтәм. Мәшәҡәте етерлек булһа ла, мал-тыуар аҫрау – уңышлы тармаҡ. Быҙау алып үҫтереп, ғаиләбеҙҙе ит менән тәьмин иттем, бары йыбанмаҫҡа кәрәк”, – ти Руслан.

Ауылда мәктәп тә, башҡа социаль учреждениелар ҙа булмауына ҡарамаҫтан, Шакировтарға борсолаһы урын юҡ, 4-се класты тамамлаған Әмирҙе һәм 2-се класта уҡыған Ниязды башҡа ауылдаш ҡыҙ-малайҙар менән бергә мәктәп автобусы йөрөтә. Рауилды ла район үҙәгендәге “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына автобус илтә.

Ғаилә башлығы хәҙер Когалымда водитель булып эшләй. “Ике ай Себерҙә эшләйем дә бер ай Дүсмәттә ял итәм. Юҡсы, бер ҙә ҡыйынлығын тоймайым, эш ҡайҙа ла эш инде, – тине әңгәмәсебеҙ, һорауыбыҙға яуап итеп, – Башҡортостан халҡының яртыһы Себерҙә бит хәҙер, яҡташтар бында аяҡ баҫҡан һайын осрап ҡына тора”.

Русландың эш рәтен белгән, бәләкәй саҡтан балта-бысҡы менән “әшнә” булып үҫкән егет икәнен ихатаға инеү менән тояһың. Гараж төҙөү өсөн блоктарҙы үҙе эшләгән, бының өсөн махсус станок һатып алған. “Блоктарҙы үҙең эшләү күпкә осһоҙға төшә, – ти ул, – ҡом, цемент, бысҡы вағы булһа, был шөғөлгә  ҡыйыу тотоноуҙан да яҡшыһы  юҡ”. Оҫтаның йорт стеналарын үҙе эшләгән “евровагонка”лар, түшәмдәрҙе гипсокартон менән матур итеп көпләгәнен күреп, тағы бер тапҡыр егеттең уңғанлығына һоҡландыҡ. “Анжела – минең шәхси дизайнерым, уң ҡулым, – тип ҡатынына йылы һүҙҙәрен еткерҙе Руслан. – Балаларҙы тәрбиәләү күберәк уның иңенә төшә, төпсөк ҡыҙыбыҙ Лиза ла йәш ярымлыҡ ҡына. Ярай әле, атай-әсәйебеҙ яҡында йәшәй, һәр ваҡыттағыса улар беҙҙең өсөн ышаныслы таяныс”.

Бер маҡсатты уртаҡлашып, бер-береһенә ыңғай йоғонто яһап йәшәгән татыу ғаиләлә буй еткерәсәк улдарҙың “атанан күреп уҡ юнасағына”, хеҙмәттән йәм табып йәшәйәсәгенә  ҙур өмөт бар.


Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: