Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2022, 20:47

Стратегик предприятиелар хосусилаштырылмаясаҡ

Ваҡытында яуап бирмәгән чиновниктарға штраф һалынасаҡ.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай
Фото:Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай

Башҡортостанда 2025 йылға тиклем дәүләт предприятиеларын хосусилаштырыу тамамланасаҡ. Ошо хаҡта белдерҙе Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 44-се ултырышындағы 2021 йылға республиканың дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһындағы сығышында.

 

Халыҡ мәнфәғәтендә

 

Министр белдереүенсә, былтыр 28 дәүләт унитар предприятиеһы республика милкендә булған. 2021 йылда дәүләт ошо предприя­тиеларҙан республика бюджетына 37,7 миллион һум аҡса ингән. Был план күрһәткесенән 19 тапҡырға күберәк.

Стратегик йүнәлештәге дәүләт унитар предприятиелары хосусилаш­тырыл­мая­саҡ. Улар иҫәбенә социаль әһәмиәткә эйә һәм дәүләт ярҙамын алған “Башфар­мация” һәм “Башавтотранс” йәмғиәттәре инә. Мәғлүм булыуынса, быйыл республикала мөһим социаль-иҡтисади проект­тарҙы ғәмәлгә ашырыуға федераль бюджеттан 46 миллиард һум йәлеп итеү ҡаралған.

Ҡоролтай ултырышында шулай уҡ Баш­ҡортостандың Эшҡыуарҙар хоҡуҡта­рын яҡлау буйынса вәкиле Флүр Әсәҙул­линдың республикала эшҡыуарлыҡ субъекттарының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү тураһында сығышы тыңланды. Ул журналистар менән ара­лаш­ҡанда эшҡыуарҙарға ярҙам итеү йүнәлешендә иҫкәртеү эштәре, семинарҙар уҙғарылыуы, төрлө саралар һәм мәғлүмәт ярҙамы күрһәтелеүе, шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәре менән дә ҙур эш алып барылыуы тураһында һөйләне.

– Һәр мөрәжәғәттең сәбәптәре асыҡ­ланды – ни өсөн уларҙың хоҡуҡтары боҙолған, эшҡыуарҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу законлымы? Республика прокуратураһын да йәлеп иттек. Ҡайһы бер осраҡтарҙа эшҡыуар үҙе лә хаҡлы булмай сыға. Әммә улар күп осраҡта хоҡуҡтары боҙолған саҡта мөрәжәғәт итте, улар буйынса эш алып барылды. Былтыр беҙгә 565-тән ашыу мөрәжәғәт килде, беҙ уларҙың 300-ҙән ашыуын төрлө власть органдарына яуап алыу өсөн ебәрҙек. Ғөмүмән, барлыҡ дәүләт власы һәм күҙәтеү органдары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте булдырғанбыҙ. Улар беҙҙе аңлап ҡабул итә, мәсьәләләрҙе махсус комиссия ултырыштарында ла ҡарайбыҙ, – тине Флүр Әсәҙуллин.

 

“Алға”ға һалым ташламалары

 

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай улты­ры­шының көн тәртибенә ярашлы, унда 40-тан ашыу мәсьәлә ҡаралған, уларҙың яртыһынан күбеһе республика закон проекттарына бәйле. Шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһының “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында” кодексының 20.3-сө һәм 20.29-сы статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында”, “Рәсәй Федерация­һының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”, ”Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы федераль закон проекттарын Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына индереү маҡсатында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың закон сығарыу баш­ланғыстары хаҡында документтар ҡаралды.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 44-се ултырышында ҡабул итеүгә инде­релгән закондар араһында “Башҡор­тос­тан Респуб­ликаһының һалымдар хаҡындағы ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты ла бар ине.

Был документ сәнәғәт-етештереү тибын­дағы махсус иҡтисади зоналарҙың резиденттары өсөн, ойошмаларҙың Башҡор­тостан Республикаһы бюджетына индерергә тейешле табышына һалым буйынса ташламаларын ҡулланыу ваҡытын ике йылға оҙайтыуҙы күҙ уңында тота. Махсус иҡтисади зона биләмә­һендәге эшмәкәрлектән беренсе табыш алған мәлдән биш процент күләмендәге ташламалы һалым ставкаһын алтынсы – ун икенсе һалым осоро дауамында (әлеге ваҡытта – алтынсынан унынсы һалым осорона тиклем) билдәләү тәҡдим ителә.

Шулай уҡ Башҡортостан Республика­һы­ның ҡуртымға бирелгән торлаҡ баҙа­рында көнәркәшлеккә һәләтле һәм сифатлы тәҡдимдәр булдырыу маҡсатында ябай пай инвестиция фондтарына идара итеү эшмә­кәр­леген тормошҡа ашырған ойошмалар мил­кенә һалым түләүҙән азат итеү мәсьә­ләһе ҡарала. Һалым ташламаһын ойошмаға, был ташламаны тәүге тапҡыр ҡулланған һалым осоронан башлап, унан һуңғы ун һалым осоро дауамында биреү планлаштырыла.

 

QR-кодтар иғтибар талап итә

 

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Дәүләт Думаһына ебәреләсәк “Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тура­һында”ғы федераль закон проектын ҡараны. Был документ тыйылған сығанаҡтарҙың QR-кодтарын экстремис­тарҙыҡы тип таныуҙы тәҡдим итә.

– Беҙ экстремистар эшмәкәрлегенең хоҡуҡи төшөнсәһен асыҡлауҙы тәҡдим итәбеҙ. Булған билдәләмә яуаплылыҡтан ҡотолоу юлын ҡалдыра, уны яуыз уйлылар язаһыҙ ҡуллана. Экстремистарҙың сайттарына һылтанма менән шифрланған QR-кодтар закон йоғонтоһонан ситтә ҡалып килә, – тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Депутаттар федераль законға “унифи­ка­циялаштырылған сығанаҡ күрһәткесе” аңлатмаһын индереүҙе тәҡдим итә, уға гипер-һылтанмалар һәм QR-кодтар ҡарай. Был закон проектын ҡабул итһәләр, ул саҡта QR-кодтарҙы таратҡан өсөн нацистарҙың символдарын һәм экстремистарҙың текстарын, һүрәттәрен, видеояҙмаларын һәм йырҙарын күрһәткән осраҡтағы саралар ҡулланыласаҡ.

 

Ветерандар өсөн бушлай туҡталҡа

 

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 44-се ултырышында депутаттар беренсе уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһында юл хәрәкәтен ойоштороу һәм Баш­ҡор­тостан Республикаһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тура­һында” Баш­ҡортостан Республикаһы За­ко­нының 6-сы статьяһына үҙгәреш инде­реү тураһында”ғы закон проектын ҡараны.

Документта хәрби хәрәкәттәр ветерандарына социаль яҡлау саралары сифатында түләүле туҡталҡаларҙан бушлай файҙа­ла­ныу хоҡуғын биреү тәҡдим ителә. Хәрби хәрәкәт ветерандарын түләүле парковканан файҙаланыусыларҙың ташламалы катего­рия­һы исемлегенә индереү мәсьәләһе көнүҙәк, сөнки ҡатмарлы иҡтисади осорҙа үҙ ғүмерен һәм сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйып, Ватаныбыҙ хаҡына хәрби хәрәкәт­тәрҙә ҡатнашҡандар һаны артҡан.

Шулай уҡ “Башҡортостан Респуб­ликаһын­да геопарктар тураһында”ғы закон проекты ла ҡаралды. Был документ республикала геопарктар булдырыу һәм уларҙың сиктәрен билдәләү тәртибен регламентлай, геопарк­тар­ҙы үҫтереүҙең төп бурыстарын һәм йүнә­лештәрен билдәләй, шулай уҡ Башҡортос­тан­да геопарктарҙы үҫтереүҙә дәүләт яҡлауын ғәмәлгә ашырыуҙы күҙ уңында тота.

“Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Документ “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар – Баш­ҡортостан” дәүләт мәғлүмәт системаһына тулы йәки дөрөҫ булмаған мәғ­лүмәт­тәр ебәргән йәки мәғлүмәттәрҙе бөтөнләй бирмәгән өсөн административ яуаплы­лыҡ­ҡа тарттырыуҙы күҙ уңында тота. Үрҙә әйтелгән хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн вазифалы кешеләргә өс мең һумдан биш мең һумға тиклем, ойошмаларға 15 мең һумдан 30 мең һумға тиклем административ штраф һалыу ҡаралған.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов:
– Өс уҡыуҙа һалымға ҡағылышлы инде­рел­гән закон проектын ҡараныҡ. Беренсенән, “Алға” махсус иҡтисади зонаһы резиденттарына һалым ташламаһын оҙайтабыҙ. Икенсеһе – фатирҙы ҡуртымға биреү менән шөғөлләнгән ойошмаларға ҡағыла. Уларҙы ун йылға һалымдан азат итәбеҙ. Шулай уҡ ҡур­тымға алған кешеләр яғынан да яуап­лылыҡ булырға тейеш. Ҡуртымға тапшы­рылған торлаҡтың тейешле стандарт­тарға яуап биреүе мөһим. Хоҡуҡи киңлек ҙур, шуға күрә заман талаптарына ярашлы нигеҙ тәҡдим итәбеҙ. Был закон ойошмаларға ғына ҡағыла. Иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ ваҡытында был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъект­тарына ярҙам буласаҡ, – тине ул. 

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: