Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2022, 20:24

Ваҡыт яраларҙы дауалай, тиһәләр ҙә...

Германия күгендәге авиаһәләкәт ҡорбандары иҫтәлегенә.

ufa-news.net
Фото:ufa-news.net

Үткән шәмбе Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратына иртә менән халыҡ күпләп ағылды. Кемдер балаларын үҙҙәре менән бергә алған, ғөмүмән, ғаиләлеләр бай­таҡ ҡына ине, яңғыҙ ҙа килделәр. Мәҫәлән, өлкән йәштәге бер инәйҙең хәсрәте йөҙөнә сыҡҡан, уның бер туҡтауһыҙ күҙ йәшен һөртөүен тыныс күңел менән ҡарау мөмкин түгел ине. Бындай осраҡта эргәңдәге кешене тынысландырырға кәрәк тә бит. Шулай ҙа ҡайғыһын яңыртмайыҡ тип, уға яҡынламаныҡ. “Ейән­сәрем янына килдем, эй, бала­ғынамды, Иринам минең...” – тип Фруза ханым тәү башлап беҙгә өндәште.

Бынан теүәл егерме йыл элек йәки 2002 йылдың 2 июленән 3-өнә ҡараған төндә Испанияның Юберлинг ҡалаһына ял итергә юлланған Башҡортостандың иң һәләтле ҡыҙ һәм малайҙары авиаһә­ләкәткә осраны. Тетрән­дергес хә­бәр... Германияның Боден күле өҫтөндәге ҡот осҡос авиа­һәләкәттә 71 кешене, шул иҫәптән 52 баланы һәм 19 өлкән кешене юғалттыҡ... “Боинг-747” йөк самолеты менән “Баш­ҡортостан авиалиниялары” ­авиа­ком­панияларының “ТУ-154” пассажир самолеты бәрелеш­кәйне...

Авиаһәләкәттә һәләк булыу­сы­ларға арналған хәтер ки­сәһендә Башҡортостан Башлығы һәм республика Хөкүмәте исе­менән сығыш яһаған Башҡорт­остан Хөкүмәте Премьер-министры урынба­ҫары, рес­публикабыҙҙың финанс министры Лира Иғти­самова былай тине:

– Һәләкәткә тарыусыларҙың яҡындары 20 йыл инде ошо ҡайғы менән йәшәй. Респуб­ликабыҙ шундай талантлы ҡыҙ һәм егеттәрен юғалтты. Был урында булыу шул хәтлем ауыр, күңел һыҡрай, бындай бәхет­һеҙлектәр бүтән бер ҡасан да ҡабатланмаһын.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Башҡор­тостан мәғариф һәм фән минист­рының беренсе урын­баҫары Илдар Мәү­литбирҙин бәләгә тары­ған­дарҙың ғәзиздәре тура­һында йылы һүҙҙәр әйтте. Илгиз хәҙрәт менән Анатолий рухани доға уҡыны. Мемориаль комплексҡа сәскәләр һалғас, барыһы ла бер минут тын ҡалып мәрхүмдәрҙе иҫләне.

Бая телгә алған ветеран уҡытыусы 80 йәшлек Фруза Әб­сәләмова авиаһәләкәттә ейән­сә­ре Ирина Юлдашбаеваны юғалт­ҡан, ул ҡәҙерлеһен хәтер­ләгәндә, күҙ йәше аша һөйләне.

– Ирина уҡытыусы булырға хыялланды, сөнки мин дә, әсәһе лә уҡытыусылар инек, атаһы ла педагог, – тине Фруза Әхтәм ҡыҙы. – Иринаның әсәһе, минең ҡыҙым Лилиә лә, был донъяла юҡ инде. Ул бәләкәйҙән илгәҙәк һәм тырыш булып үҫте, “5” билдәләренә генә уҡыны. Бында йыш киләм, барыһын да йөрәгем аша үткәрәм. Уның рухы һәр саҡ беҙҙең менән йәшәй.

Фруза Әбсәләмова һөйләүен­сә, Иринаны бөтә туғандары менән ҙурлап оҙатҡандар, тик ҡаршы ала алмағандар. Ғәзиз кешеһе һәләк булған урында, Германияла булып, уның әйберҙәрен алып ҡайтҡандар. Улар араһында яратып йөрөткән сумкаһы эсендә сәғәте ятҡан, ул ейәнсәрен иҫләтеп, оҙаҡ йылдар эшләгән...

 

Илдар АҠЪЮЛОВ

Читайте нас: