Бөрйән районының Аҫҡар ауылында татыу, етеш тормошта гөрләтеп йәшәгән ғаиләләр байтаҡ. Шуларҙың береһе – Фәүзиә менән Рифҡәт Ғиззәтуллиндар. Улдарына терәк-таяныс булып, уларҙың ғаиләһенең шатлыҡ-ҡыуаныстарын, хәстәрен уртаҡлашып ғүмер кисергән хәстәрлекле атай менән әсәй – ауылдаштарына ла һәр яҡлап өлгө алырлыҡ пар.
Рифҡәт Рәхмәт улы 1950 йылда һигеҙ балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһы Рәхмәт Ғибәт улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, фронттан ҡайтҡас, мал табибы булып эшләй. Кәүҙәгә әллә ни ҙур булмаһа ла, таһыл, теремек Рифҡәт атаһы малға укол-фәлән яһағанда уға һәр ваҡыт ярҙам итер була. Әсәһе Дәғиә Хафиз ҡыҙы ауылда төрлө эштә хеҙмәт итә, йәшерәк сағында балалар ҙа уҡыта, колхозда ла тир түгә. Һәр ауыл балаһы кеүек, Ғиззәтуллиндарҙың да ул һәм ҡыҙҙары бәләкәй генә саҡтарынан эшкә өйрәнеп, сынығып үҫә.
– Һуғыштан һуңғы йылдар бер кемгә лә еңел бирелмәне. Атай-әсәйемә лә һигеҙ баланы аяҡҡа баҫтырыуы нисек ҡатмарлы булғанлығын үҙем күп бала атаһы булғас ҡына аңланым. Ул ваҡытта кеше картуфтан башҡа әллә ни йәшелсә, еләк-емеш үҫтермәне, ә беҙҙең баҡса мул булды, бигерәк тә кәбеҫтәбеҙ уңды, мал-тыуарыбыҙ ҙа ишле ине, – тип бала сағын иҫкә ала Рифҡәт Рәхмәт улы.
Ауылда һигеҙ класты тамамлағас, район үҙәгендә интернатта ятып белем ала егет. Мәктәпте уңышлы ғына тамамлағас, табип булырға тигән ҡарарға килә һәм Башҡортостан дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Әммә беренсе курстан һуң буласаҡ һөнәренең уныҡы түгел икәнлеген аңлай һәм, уҡыуын ташлап, ауылға ҡайтып, колхозға эшкә урынлаша.
Ғүмерлек яҙмышын да ул тыуған ауылында таба. Тап шул йылда Килдеғол һылыуы Фәүзиә ауылға почта начальнигы итеп эшкә ебәрелгән була.
– Мәктәпте тамамлағас, документтарымды Белорет медицина училищеһына тапшырғайным, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡырға инә алманым. Шунан район үҙәгенә почта хеҙмәткәре булып эшкә урынлаштым, бер аҙ тәжрибә туплағас, Аҫҡарға йүнәлттеләр. Ауылдың күркәм тәбиғәте, берҙәм, алсаҡ кешеләре шунда уҡ күңелемә ятты, – тип хәтерләй йәш сағын Фәүзиә Фәтих ҡыҙы.
Зифа буйлы, ҡалын толомло сибәркәйгә бер күреүҙән ғашиҡ була егет, ҡыҙ ҙа ғорур ҡарашлы егетте оҡшата. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс, гөрләтеп туй үткәрә йәштәр. Үҙ ҡулдары менән ата-әсәләре ярҙамында йорт һалып сығалар.
Татыу ғаиләнең бәхеттәрен бөтәйтеп, шатлыҡ-һөйөнөстәрен арттырып, бер-бер артлы алты улдары донъяға килә.
– Үҙем дә ишле ғаиләлә тыуып үҫкәс, күп булһалар, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәрҙәр, бөтәһе лә ир бала булһа, атаһына оҡшарҙар, тип хыялландым, – ти Фәүзиә Фәтих ҡыҙы. – Теләгем тормошҡа ашты, Хоҙай һау-сәләмәт ғүмерҙәрен, аҡыл-тәүфиҡтарын бирһен инде.
Рифҡәт Рәхмәт улы, ситтән тороп белем алып, Ауыл хужалығы институтын тамамлай, зоотехник һөнәренә эйә була һәм өс тиҫтә йыл Фрунзе исемендәге колхозда хеҙмәт итә. Фәүзиә Фәтих ҡыҙы интернатта, мәктәптә эшләй. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәләр ҙә, икеһе лә үҙҙәрен тырыш, намыҫлы, яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәтә.
– Ғаиләлә лә ир эше, ҡатын-ҡыҙ хәстәре тип айырып торманыҡ, барыһын да бергәләп атҡарҙыҡ. Балаларыбыҙҙы ла эшкә өйрәтеп, тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп тәрбиәләргә тырыштыҡ, – ти ғаилә башлығы.
Эйе, ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, тип юҡҡа әйтмәгәндәр инде. Ғиззәтуллиндарҙың алты улы ла бала саҡтарынан егәрле, берҙәм булып буй еткерәләр.
– Юҡсыллыҡ осоронда ҡайһы берҙәре, колхозда төрлө эштә йөрөп, үҙҙәренә мәктәпкә кәрәк-яраҡ өсөн аҡса ла эшләп ала торғайны. Миңә һәм балаларға иғтибарлы һәм ихтирамлы булған иремә рәхмәтлемен – ғаиләбеҙҙә атай абруйы көслө. Аллаға шөкөр, быға тиклем балаларыбыҙ йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Һәр ҡайһыһы маҡсат ҡуйып, шуға ынтыла, тырыша, – тип ҡыуанысын йәшермәй күп балалы әсә.
Бөгөн Ғиззәтуллиндарҙың алты улы ла үҙ ғаиләһен ҡорған, һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын тапҡан, балалар үҫтерә. Иң өлкәндәре Шәфҡәт – хәрби хеҙмәткәр. Әлеге мәлдә Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнаша, ғаиләһендә бер бөркөт ҡанат нығыта. Азаматтары, педагогия институтын тамамлап, район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһында уҡыта, өс бала атаһы. Илшаттары водитель, умартасы һөнәренә уҡыған, уның ғаиләһендә лә өс бала буй еткерә. Янһары ауылында төпләнгән Айрат дин юлында, ҡатыны менән биш балаға ғүмер биреп, уларҙы иманлы, тәүфиҡлы итеп тәрбиәләүгә көс һала. Илгизәр тыуған ауылын үҙ иткән, янғын һүндереүсе булып эшләй, ғаиләһендә ике бала үҫә. Кинйәләре Ирек ғаиләһе менән Күгәрсен районында йәшәй, полиция хеҙмәткәре булып эшләй, өс бала атаһы. Улдары ата-әсәгә 17 ейән-ейәнсәр бүләк иткән.
– Килендәребеҙҙән дә уңдыҡ. Барыһы ла тәрбиәле ғаиләнән, улдарыбыҙҙы, беҙҙе хөрмәт итәләр, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп торалар. Балаларына матур өлгө булып ғүмер кисерәләр. Һәр береһенең һөнәре бар, үҙҙәре аш-һыу оҫталары ла, егәрлеләр ҙә. Беҙ ҙә улар өсөн өҙөлөп торабыҙ, – тип маҡтай ҡайны менән ҡәйнә килендәрен.
Әйткәндәй, егәрле, тырыш ғаилә һуңғараҡ тағы ла күркәмерәк, ҙурыраҡ өй һалып сыға. Ата-әсә, берҙәм һәм татыу булһындар, аралашып йәшәһендәр өсөн, ул-килендәрен, ейән-ейәнсәрҙәрен йыш ҡына бергә йыйып ала. Әлбиттә, һәр яҡтан килгән, тормош юлын матур үткән, өлгөлө ғүмер кисергән кешеләрҙең бай тормош тәжрибәһе лә, алтын аҡылы ла, балаларына бирер кәңәштәре лә бар.
Ғиззәтуллиндар икеһе лә дин юлында, намаҙ уҡып, ураҙа тотоп, барса дини ғәмәлдәрҙе теүәл үтәргә тырышып ғүмер кисерәләр. Рифҡәт Рәхмәт улы Өфөлә ислам университетын тамамлай, хажға ла барып ҡайтҡан.
Күптән түгел улар бергә йәшәүҙәренең алтын юбилейын билдәләне. Алтын парға республика Башлығы Радий Хәбировтың бүләге тапшырылды, ауылдаштары ла клубҡа саҡырып, ҙур хөрмәт күрһәтте.
– Олоғайған көнөбөҙҙә дәүләттең хәстәрен, ауылдаштарыбыҙҙың хөрмәтен, балаларыбыҙҙың ҡыуанысын күреп йәшәүебеҙгә сикһеҙ шатбыҙ. Тимәк, ғүмеребеҙ заяға үтмәгән.
Йәштәргә, күп бала табыуҙан ҡурҡмағыҙ, һәр береһе үҙ ризығы менән тыуа, ишле ғаиләләрҙә улар дуҫ, берҙәм, бер-береһенә терәк булып үҫә. Донъялар ғына имен булһын, тигән теләктәрен белдерҙе Ғиззәтуллиндар.
Римма СОЛТАНОВА