Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2022, 21:00

Ҡышҡа әҙерлек бөгөндән башлана

2022 йылда техника паркын яңыртыуға 1,4 миллиард һум йүнәлтелгән.

Ҡышҡа әҙерлек бөгөндән башлана
Ҡышҡа әҙерлек бөгөндән башлана

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә коммуналь һәм юл техникаһының көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлеге тикшерелде. Кәңәшмәне республика Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙғарҙы.

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова әйтеүенсә, республика муниципалитеттарында йәмәғәт киңлектәрен, тротуарҙарҙы, юлдарҙы һәм ихата биләмәләрен таҙартыу өсөн 1 528 берәмек техника бар. Был - тракторҙар, автосамосвалдар, ҡатнаш юл машиналары, автогрейдерҙар, бульдозерҙар, тейәгестәр.

2022 йылда техника паркын яңыртыуға 1,4 миллиард һум йүнәлтелгән. Был аҡса иҫәбенә төбәктә 239 берәмек техника артасаҡ, шуларҙың 195-е һатып алынған да инде. Муниципалитеттарға ҡалған машиналар июль аҙағына тиклем килтерелә. Шул уҡ ваҡытта паркты яңыртыу өсөн муниципалитеттарға тағы ла 1 223 берәмек техника кәрәк.

– Автопаркты яңыртыуға мохтаж булыуҙарын иҫәпкә алып, беҙ биш йылға лизингка техника һатып алыу мөмкинлеген ҡарайбыҙ, – тине Ирина Голованова. – Был тораҡ пункттарға бер юлы бик күп машина һәм агрегаттар йүнәлтергә мөмкинлек бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта лизинг схемалары буйынса финанс сығымдары – техниканың киләсәктә ҡиммәтләнеүе менән сағыштырғанда отошлораҡ.

Республиканың юл махсус машиналары паркын көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү тураһында Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев хәбәр итте.

“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең 24 мең километр самаһы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарын тәртиптә тотоу өсөн 1 452 махсуслаштырылған машина, шул иҫәптән автогрейдерҙар, ҡар таҙартҡыстар, экскаваторҙар, бульдозерҙар, тейәгестәр йәлеп ителә.

Йәйге осорҙа ошо техниканың бер өлөшөн автомобиль юлдары төҙөлөшөндә һәм ремонтлауҙа файҙаланалар. Белгестәр шулай уҡ планға ярашлы хеҙмәтләндереү, махсус машиналар ремонтлау үткәрә, трассаларҙы ҡышҡы эшкәртеү өсөн реагенттар һатып ала.

– Уңайһыҙ һауа шарттарында “Башкиравтодор” меңләгән ҡар таҙартыу машинаһын линияға сығарыуы ихтимал, – тине Александр Булушев.

“Урал буйы” федераль автомобиль юлдары идаралығы тағы 232 берәмек юл техникаһын республика биләмәһендә федераль трассаларҙы тәртиптә тотоу өсөн эшкә ҡушасаҡ.

Башҡортостан Башлығы республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына төбәктең Финанс министрлығы менән берлектә коммуналь һәм юл техникаһы паркын артабан яңыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Шул уҡ ваҡытта төп иғтибарҙы урамдарҙы, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн машиналар һатып алыуға йүнәлтергә кәрәк.

– Алдағы көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә ваҡытында әҙерләнеү бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Яҡындағы “Транспорт сәғәте”ндә “Башкиравтодор” ҡатнашлығында ошо теманы тикшерергә тәҡдим итәм. Унда боҙлауыҡҡа ҡаршы реагенттар һатып алыу йәһәтенән “Башҡортостан сода компанияһы” менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләһен дә ҡараясаҡбыҙ.

Фото: belregion.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: