Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2022, 21:45

Бөрө байрам майҙанына әүерелә

Байрам программаһы төрлө сараларға бай буласаҡ.

Бөрө байрам майҙанына әүерелә
Бөрө байрам майҙанына әүерелә

8 июлдә “Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө” фестивале Бөрө ҡалаһының Октябрь майҙанында, Изге Троицк кафедраль соборы эргәһендә үтәсәк.

Байрам программаһы күңел асыу сараларына бай буласаҡ. Һәр ғаилә үҙенә оҡшаған шөғөл табасаҡ. Бөрөнән Өфөгә туристик автобустарҙа килергә мөмкин.

15.00 сәғәттә биләмәлә халыҡ йыйыла башлаясаҡ. Күргәҙмәләр, уйын майҙандары, йәрминкәләр, “Халыҡтар кухняһы” эшләйәсәк, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк, рус, башҡорт, татар, мари халыҡтарының этнографик биләмәләре менән таныша, коляскалар парадын ҡарай аласаҡһығыҙ.

17.00 сәғәттә концерт программаһы башлана. Ҙур сәхнәлә ғаиләләргә “Әсәлек даны” һәм “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалдары тапшырыласаҡ. Был көндә республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында өлгөлө парҙарҙы “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән наградлаясаҡтар. Фестивалгә талантлы ғаилә – Виктор Рыбин һәм Наталья Сенчукова яңы биҙәк өҫтәйәсәк.

Өфөләр өсөн Бөрөгә бушлай барыу һәм ҡайтыу мөмкинлеге булдырылған. Ике туристик автобус 14.00 сәғәттә “Торатау” конгресс-холынан  һәм Киров урамындағы Богородица Раштыуаһы кафедраль соборы эргәһендәге майҙандан Бөрөгә ҡуҙғаласаҡ. Урындар сикләнгән. ”Ғаилә” үҙәктәренең берҙәм телефоны аша яҙыла алаһығыҙ: 8-800-347-5000.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: