Һуңғы ваҡытта тыуған йорттарына, ауылына әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан һалдаттарҙы ҡаршылау, уларҙы видеояҙмға төшөрөү матур йолаға әйләнә бара. Бөгөнгө көндә һәр ата-әсә өсөн үҙ улының һау-сәләмәт әрменән ҡайтыуы - оло бәхет! Улдарын хәрби хеҙмәткә оҙатҡан һәр кемгә түбәндәге видеолағы кеүек тыуған йорттарында ҡаршылау бәхете тейһен!
Әбйәлил районының Әбдрәш ауылы китапханаһы төркөмө хәбәр итеүҙәренсә, Әбдрәш ауылында йәшәүсе Йәмилә һәм Мирзәйән Шәмғоловтарҙың кинйә улдары Мирйән тыуған ил алдында бурысын намыҫлы үтәп, иҫән-һау хеҙмәт итеп, тыуған өй тупһаһына аяҡ баҫҡан. Ауыл халҡы Мирйәнде йылы итеп ҡаршы алған.
Фото, видео: Әбдрәш ауылы китапханаһы.