Бөгөн Башҡортостанда Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон оҙатыуҙары уҙҙы. Республика Башлығы Радий Хәбиров яугирҙәргә изге теләктәрен еткерҙе һәм батальон командирына подразделениеның хәрби байрағын тапшырҙы. Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост яҙҙы.
“Бөгөн республикабыҙ тарихында үҙенсәлекле көн. Яҡынса 80 йыл элек Совет майҙанында яугирҙәребеҙгә Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын тапшырғайнылар. 80 йылдан һуң Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡорт ирекле батальоны егеттәре йәнә фашизмға ҡаршы көрәшергә, илде яҡларға бара.
Иҫегеҙгә төшөрәм, полкты хәрби хәрәкәттәр, патриотик хәрәкәттәр ветерандары ойошмалары башланғысы менән ойошторҙолар.
Башҡортостанды Донбасс менән бик тығыҙ бәйләнештәр бәйләй. Оҙаҡ йылдар беҙ уларға ярҙам итәбеҙ. Бөгөн унда табиптарыбыҙ, шәфҡәт туташтарыбыҙ, төҙөүселәр эшләй. Емерелгән ҡалаларҙы тергеҙергә ярҙам итә. Әммә Донбассҡа әле хәрби ярҙам да кәрәк.
Генерал Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны ирекмәне булыу – ҙур абруй. Ә беҙ, бөтә республика, бөтә яҡлап та яугирҙәребеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ.
Еңеү менән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Хәйерле юл, туғандар!” – тип яҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".