Ғаилә парының өлкән балалары айырым йәшәй. Өлкән ҡыҙҙары Элитаға 27 йәш тулған, ул ғаиләһе менән Бөрө ҡалаһында төпләнгән. Улдары Артур – Башҡортостан ауыл хужалығы университетын тамамлаған, атаһы менән Өфөлә төҙөлөш ойошмаһында эшләй. Альмир ӨДНТУ-ны тамамлаған, әлеге ваҡытта армияла хеҙмәт итә. Ә Айгизде Балтас халҡы бәләкәй сағынан шәп йырсы булараҡ белә, Өфө сәнғәт училищеһы студенты уҡытыусыларын ижади еңеүҙәре менән ҡыуандыра. Ул да, ҡустыһы Айназ да гер күтәреү спортында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Айназ автотранспорт техникумында уҡый.
Бәләкәстәр – Айзилә, Нурсилә, Инзилә, Айнур, Айгүзәл мәктәптә белем ала. Наҙгөл менән Ислам балалар баҡсаһына йөрөй, ә иң бәләкәй Байрасҡа – әлегә ике генә ай.
Альбина менән Венерҙың иң ҙур ҡаҙанышы – һәр бер балаһына яҡшы тәрбиә һәм белем биреүендә. Балалар төрлө секцияларға йөрөй. Өҫтәүенә улар дуҫ һәм татыу. Ғаиләлә ныҡлы традициялар һаҡлана.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/wall413272232_833391
Фотолар ғаилә архивынан алынды.