Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2022, 16:45

Һорау алыуҙа ҡатнашырға саҡыралар

Иң популяр һөнәрҙәрҙе асыҡларға ярҙам итегеҙ

Һорау алыуҙа ҡатнашырға саҡыралар
Һорау алыуҙа ҡатнашырға саҡыралар

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы төбәктең социаль һәм иҡтисади әһәмиәткә эйә булған, инвестиция һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыусы һәм планлаштырыусы учреждениелар һәм ойошмалар араһында һорау алыу ойоштора.

Анкета тултырғанда ойошманың ҙурлығы, милек формаһы иҫәпкә алынмай, шуға төрлө тармаҡҡа ҡараған ойошма вәкилдәрен сарала ҡатнашырға саҡыралар. Анкетаны ойошма етәксеһе, кадрҙар менән идара итеү бүлеге начальнигы һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр тултыра ала.

Һорау алыу 2022 йылдың 8 июненән 24 июленә тиклем онлайн режимда үтәсәк.

Анкета тултырыу өсөн https://regionaljobs2022.vcot.info/ адресына инергә, һорау алыуҙа ҡатнашыусының шәхси аккаунтын теркәргә — бәйләнеш мәғлүмәтен, электрон почта адресын күрһәтергә, теркәлеү билдәләрен ҡуйырға һәм ебәрергә кәрәк.

Һорау алыу һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәт тулыһынса йәшерен буласаҡ һәм дөйөмләштерелгән формала ҡулланыласаҡ.

Әлеге сара йыл һайын хеҙмәт баҙарында иң популяр эшсе һөнәрҙәр һәм вазифалар исемлеген яңыртыу маҡсатында үткәрелә.

Контакт мәғлүмәттәре:

Һорауҙы электрон почта аша ебәрергә мөмкин: Савина Наталья Михайловна [email protected]

Мәскәү ваҡыты менән 10 сәғәттән алып 18 сәғәткә тиклем эш көндәрендә һорау алыуҙа ҡатнашыусыларға консультация ярҙамы үткәрелә. Бының өсөн 8 (495) 917-59-04, Баргоякова Ирина Игорьевнаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

Фото: Башҡортостандың Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: