9 июлдә “Шүлгәнташ” музей комплексы асыла. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы.
“Был шәмбелә, 9 июлдә беҙ Бөрйән районында “Шүлгәнташ” музей комплексын асабыҙ. Беҙ быға оҙаҡ килдек, республикала палеолит осоронда Рәсәйҙә берҙән-бер ҡаяға төшөрөлгән сәнғәт музейын булдырыу өсөн күп эшләнек.
Асылған көндә музей комплексында ҙур сара – тотороҡло үҫеш мәнфәғәтендә Рәсәйҙә Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын рәсми асыуҙы үткәрергә ниәтләйбеҙ.
Шул сәбәпле шәмбе көндө бөтә музей-экскурсиялар комплексы, шул иҫәптән мәмерйә, ябыла. Мин ошо көндәрҙә Шүлгәнташҡа килергә йыйынған кешеләрҙән алдан ғәфү үтенәм. Әммә һеҙҙе бында башҡа ваҡытта саҡырам - бында бик шәп һәм ҡарарлыҡ нәмәләр бар.
Фото: "Бәйләнештә".