Светлана менән Вячеслав Шабалиндар Дәүләкән ҡалаһына 2008 йылда килеп төпләнә. Вячеслав ошо райондыҡы. Әсәлек капиталына йорт һатып алалар, уны ҙурайталар. Ихаталары – балалар өсөн уйын ҡаласығы.
Күсеп килгән йылдарҙа ғаиләгә ауыр булһа ла, хәҙер улар үҙҙәре ҡатмарлы хәлгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙа. Төрлө кейем-һалым, йыһаздар йыйып, мохтаждарға тарата.
Шабалиндарҙың өлкән улдары Данил – хәрби хеҙмәттә. 15 йәшлек Варвара хәрби-патриотик клубта шөғөлләнә, парашюттан һикерә. Ҡустыһы Арсений апаһының мауығыуын күреп, шулай уҡ ошо клубҡа йөрөй башлаған. Айырмалары бер йәш кенә булған Пелагея менән Василиса әлегә уйындар, ҡурсаҡтар менән мауыға. Ярослав, Ульяна, Тимофей, Савелий Устинья әлегә бәләкәстәр.
Бер нисә йыл элек Шабалиндар ғаиләһе тураһында ишетеп ҡалғас, эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уларға ҡунаҡҡа ла инеп сыҡҡан.
Ун баланы тәрбиәләү, үҫтереү еңел түгел, әммә Шабалиндар ауырлыҡтарға бирешмәй, тырышып донъя көтә.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.