Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль 2022, 15:00

23 бала тәрбиәләйҙәр!

“Башҡортостан” гәзите иғлан иткән “Ғаиләм – ҡәлғәм”  конкурсында сираттағы ҡатнашыусылар – Краснокама районынан Дербеневтар ғаиләһе.

23 бала тәрбиәләйҙәр!
23 бала тәрбиәләйҙәр!

Ғаилә башлығы Әис Нәзиф улы үҙаллы йорт һалып сыға, балаларҙы, айырыуса малайҙарҙы эшкә өйрәтә. Гөлсирен Фәйзулла ҡыҙы районда һигеҙенсе йыл эшләп килгән “Ҡояшҡай” патронат ата-әсәләр клубы рәйесе.

Дербеневтарҙың үҙ балалары бишәү, ҡалған 23 баланы улар патронатҡа алған һәм тәрбиәләүгә көсөн һәм ваҡытын йәлләмәй.

Әүҙем тормошто яратҡан ғаилә төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, “Ҡояшҡай” клубы һәм район, республика, Рәсәй кимәлендә үткән сараларҙа ҡатнаша.

 

Фото һәм видео ғаилә архивынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: