Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол (халыҡ телендә - Вәзәм) ауылы республикала хәҙер яҡшы билдәле: күптән түгел ул "Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсында айырым номинацияла беренсе урын яуланы.
Был ауылдың иң ҙур байлығы - тырыш, уңған халҡы, күп бала үҫтергән өлгөлө ғаиләләре. Шундайҙарҙың береһе - Фәниҙә һәм Илнур Мөхәмәтйәровтар - "Башҡортостан" гәзите үткәргән "Ғаиләм – ҡәлғәм” интернет-конкурсында ҡатнаша. Фәнзил, Тимур, Әминә һәм Гөлиә менән Юлиә исемле игеҙәк балалар үҫтергән йәш ғаилә ауыл ерендә йәшәгән ғаиләләргә бирелгән дәүләт программаһы ярҙамында ҙур йорт һалып сыҡҡан. Хужабикә Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжын тамамлаған, ә ғаилә башлығы техника, мал ярата, оҙаҡ йылдар Оло Әбеш урта мәктәбенең балалар автобусын йөрөтә. Кәртәләре тулы мал, ҡош-ҡорт, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Хужабикә ҡыҙы Әминә менән аш-һыу бешерергә яратһа, аталары улдары менән күберәк "тимер ат"тарында булыша.
"Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Ишле ғаиләлә үҫкәндәр бер-береһе өсөн өҙөлөп тора, ярҙамлаша, туғанлыҡ хисе лә көслө була. Әле игеҙәктәр Гөлиә менән Юлиәне күберәк ағай-апайҙары ҡарай. Ауылда йәшәгәс, эш тә күп. Һәр баланың үҙенең шөғөлө һәм йортта атҡарырға тейешле айырым бурыстары бар. Киләсәктә биш балабыҙ - биш терәгебеҙ тормошта үҙ юлын табып, һөнәр алып, ғаилә ҡороп йәшәүҙәрен теләйбеҙ, иң мөһиме - имен-һау булһындар", - ти бәхетле әсә.
Тап ошондай йәш, эшһөйәр, ишле ғаиләләр - һәр ауылдың ныҡлы терәге.
Фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы сайты.