Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль 2022, 19:30

Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә гранттар бирелә

Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар алдағы дүшәмбе, 11 июлдә, ҡабул ителә башлаясаҡ.

Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә гранттар бирелә
Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә гранттар бирелә

Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының коммерцияға ҡарамаған ойошмалары проекттарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән грант конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланыр алдынан “Йәшлек House”та ойошмалар етәкселәре менән осрашыу үтте.

Уҙған йылдың октябрендә ошо йәштәр майҙанын асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республиканың йәштәр хәрәкәттәре лидерҙары менән осрашыуы уҙҙы. Унда төбәктең коммерцияға ҡарамаған йәштәр ойошмаларына булышлыҡ итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Вито Сабиров сәләмләне.

Башҡортостан Башлығы гранттар фондының генераль директоры Люциә Сәйфуллина ғариза тапшырыуҙың спецификаһы, тематикаһы, ваҡыты, яңы конкурстың бюджеты хаҡында һөйләне, шулай уҡ ғариза биргәндә йыш хаталарға юл ҡуймау тураһында кәңәштәр менән уртаҡлашты. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған конкурс процедуралары хаҡында һорауҙар бирә алды.

Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар алдағы дүшәмбе, 11 июлдә, ҡабул ителә башлаясаҡ.

Конкурсҡа түбәндәге темалар буйынса проекттар тәҡдим ителә ала:

- “Өфө йәштәре” хәрәкәте;

- Ваҡиғалар ойоштороу;

- Һөнәри оҫталыҡ;

- Мин – Гражданин;

- АртГРАНТ;

- “Ирекмәнлек”;

- Белем.

Конкурстың дөйөм бюджеты 20 миллион һум тәшкил итә. Төбәктәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың социаль проекттары ике миллион һумға тиклем грант ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты 12 айҙан артмаҫҡа тейеш.

Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 11 июлдән 10 авгусҡа тиклем урындағы ваҡыт менән 17.00 сәғәттә “102.рф” Башҡортостан Башлығы гранттары сайтында ҡабул ителә.

Проекттарҙың тематикаһы, конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, гранттар биреү шарттары һәм тәртибе хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән сайтта “Документтар” бүлегендә танышырға мөмкин.

Бәйләнеш өсөн телефондар:

Проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм оҙатыу бүлеге: 7 903-311-69-37;

Финанс бүлеге: 7 967-453-92-72;

Белем биреү программалары, анализ һәм планлаштырыу бүлеге: 7 967-453-92-59;

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды: https://vk.com/grantrb.

Фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: