Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Краснокама районының Яңы Нуғай ауылында яңы һыу үткәргес төҙөлә. Объекта эште, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Таҙа һыу” федераль проектына ярашлы, “Регион Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Уны киләһе йылдың 30 октябрендә тамамлау күҙаллана.
Һыу үткәргестең оҙонлоғо 13357 метр тәшкил итә. Ике һыу башняһы төҙөлә. Һыу үткәргес ауыл халҡын, атап әйткәндә, 500-гә яҡын хужалыҡты, сифатлы эсәр һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Ауыл биләмәһе башлығы Илфәс Исламов әйтеүенсә, әле Яңы Нуғай ауылында һыу үткәргес күп фатирлы өс йортҡа һәм ике урамға ғына үткәрелгән. Башҡалар һыуҙы шәхси ҡоҙоҡтан йәки шишмәнән ала.
Мәғлүм булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” төбәк программаһы нигеҙендә быйыл 2022 Бөрө ҡалаһы, “Башҡортостан сәскәләре” ҡасабаһы, Иглин ауылы, Краснокама районының Ҡайынлыҡ һәм Яңы Нуғай ауылдары, Өфө районының Сергеевка ауылы, Хәйбулла районының Бүребай ауылы өсөн һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү күҙаллана. Раевка һәм Шишмә район үҙәктәрендәге объекттарҙа ла эш дауам итә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/466846/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/282854